«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Аллаһы күргән әсәйемә һаулыҡ, таҙалыҡ теләп, күп сәләмдәремде ебәреп хат яҙам мин. Сәхип, шулай уҡ һиңә һағынышлы сәләмдәремде ебәреп, эштәреңдә уңыштар теләп ҡалам. Ғәбит, Маһираға, йәнемдәй күргән уландарым Фирғәткә, Юрискә шулай уҡ һағынып күп сәләмдәр әйтеп ҡалам...
Мин һау-сәләмәт хеҙмәт итеп йөрөйөм. Тоҙтүбә тигән ҡалалабыҙ. 13 майға тиклем Атанғолдан – Афзал, Тубиндән – Йомабай, Муллаҡайҙан – Мәһәҙи, Иҫәнбәттән Юнысов Хәмит менән бергә булдыҡ. Улар фронтҡа китте. Хәҙер Башкириянан мин бер үҙем ҡалдым.
Унан һеҙҙең хәлдәргә күсәм. Ҡышты нисек сыҡтығыҙ, һыйырығыҙ быҙауланымы? Сәхип, эшең нисек? Малдарығыҙ теүәлме? Беҙҙән кемдәр әрмегә китте, кемдәр ҡайтты? Картуф сәстегеҙме?
Тоҙтүбәгә килгәс, 2-3 хат, 1 телеграмма ебәргәйнем, алдығыҙмы? Шуларҙы хатҡа яҙ. Бында һөттөң литры 30 тин, ондоң бото 600 тин, тәмәкенең стаканы 80–100 тин. Бында иген, ит һәм башҡа нәмә ҡыйбат...
Балаларҙы көт, Сәхип. Бигерәк тә Фирғәт менән Юристе һуҡма, орошма. Хуш, бәхил булығыҙ, тип яҙыусы Мусин. 15.05.1942».
Икенсе хатын фронтҡа китеп барғанда яҙған. Хат башында бөтә яҡындарына, туғандарына, балаларына, таныштарына һәм күрше-күләндәренә ялҡынлы сәләм тапшыра һәм дауам итә:
«…Минең хәлем тураһында. Мин һау-сәләмәт, бөгөнгө көндә юлда китеп барам. Саратов, Воронежды үтеп, Харьков йүнәлешендә фронтҡа китеп барабыҙ. Картанан ҡарап табырһығыҙ. Һағыныуымды әйтеп бөтә алмайым. Имен булыуымды теләп, хат көтөрһөгөҙ. Хатты алһағыҙ, бәхил булығыҙ. Мусин Г. июнь, 1942 йыл».
Сибай ҡалаһы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп һаҡлаусыһы.