Яугирҙең барлыҡ хаттары ла ошолай башланып китә: «Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡатыным Йәнифә, ҡыҙҙарым Ғәрифә, Мәғрифә һәм Сания. Барығыҙға ла Ирәндек тауҙарындай ҙур сәләм. Туғандарға, күрше-күләнгә, мине һорағандарға барыһына күп сәләмдәремде еткерәм….»
Бер нисә хатында фронтҡа китер алдынан уҡыу курстарында булыуы тураһында хәбәр итә. Шул хаттарҙың өҙөктәре:
«Беҙ Магнит ҡалаһында 5 көн торҙоҡ, ашарға алған аҙыҡ бөттө, ярты буханка икмәк кенә ҡалды. Ғәлиәстән ағай менән Насыров ағай 2 көн элек Ҡарталы станцияһына киттеләр, улар беҙҙе шунда көтәләр. Кемдәрҙең ашарына бар, улар бик ҡайғырмай, ә кемдәрҙеке бөткән – улар нимә эшләргә лә белмәй әлегә. Ярай һау булып тороғоҙ. Барып еткәс тағы ла яҙырмын. 26.03.1942».
«...Беҙ бында 12 сәғәт шөғөлләнәбеҙ, ныҡ ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ. Ашау яғы ла хөртөрәк: 200 грамм икмәк бирәләр, өс ашауға – 600 грамм. 1 котелок ашты өс кешегә бирәләр, мин хәҙер ныҡ ябыҡтым. Май байрамдарына беҙгә форма бирәсәктәр. Һеҙгә 100 һум ебәрермен тигәйнем, ләкин почтаға ебәрмәйҙәр…. 13.04.1942».
Һуғыштан яҙылған хаттарынан өҙөктәр:
«…28 майҙа Ҡарғалынан сығып киттек. Хәҙер мин командир булып хеҙмәт итәм. Ашау яғы яҡшырҙы, аслыҡты оноттоҡ. Приказ менән мине политруктың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнеләр. Мин хәҙер ҙур вазифалар башҡарам, Йәнифә, һаулыҡ ҡына булһын инде. Ҡайта алырмынмы тыуған яҡҡа, юҡмы, билдәһеҙ. Нисек кенә ауыр булһа ла, бер-ике йөк бесән әҙерләргә тырыш. Һау булығыҙ. Барығыҙ ҙа беҙҙең иҫән-һау ҡайтыуыбыҙҙы теләп тороғоҙ. 19.06.1942».
«…Мин әлегә иҫән, хеҙмәт итеп йөрөйөм, һеҙҙән хат алғаным юҡ, 5 ай ваҡыт үтеп китте. Әллә мине оноттоғоҙмы? Минең менән хеҙмәт иткәндәргә аҙна һайын хат килеп тора. Хаттар булмағас, ныҡ һағындыра. Тубинскийҙан кемде фронтҡа алдылар, заводтан кемдәр китте? Баҙарҙа нимәләр бар, хаҡтары нисек? Магазиндарҙа нимәләр бар? Юлыҡ ауылынан минең менән Маннапов Вәли, Иҫәндән – Зәки хеҙмәт итә… Һау булығыҙ. Хат яҙығыҙ. 26.07.1942».
Сибай ҡалаһы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп һаҡлаусыһы.