-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
5 Март 2020, 18:59

Ҡайта алмай ҡала

«...Күптән түгел мине III дәрәжә «Дан ордены» һәм «Маҡтаулы элемтәсе» знагына күрһәттеләр. Оҙаҡламай наградаларҙы алырға тейешмен. Элгәре көн һеҙгә ентекләберәк хат яҙғайным, уны алғас, барыһын да белерһегеҙ. Ә хәҙергә ошолар. Оҙаҡламай алға ҡуҙғалабыҙ. Атыу тауыштары алыҫайғандан-алыҫая бара. Һау булығыҙ.Ҡайнар сәләм менән, Марат. Барыһына ла минән сәләм еткерегеҙ!»

«...Күптән түгел мине III дәрәжә «Дан ордены» һәм «Маҡтаулы элемтәсе» знагына күрһәттеләр. Оҙаҡламай наградаларҙы алырға тейешмен.

Элгәре көн һеҙгә ентекләберәк хат яҙғайным, уны алғас, барыһын да белерһегеҙ. Ә хәҙергә ошолар.

Оҙаҡламай алға ҡуҙғалабыҙ. Атыу тауыштары алыҫайғандан-алыҫая бара.

Һау булығыҙ.

Ҡайнар сәләм менән, Марат.

Барыһына ла минән сәләм еткерегеҙ!»

Үрҙәге юлдар Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Марат Сафа улы Таһи­ровтың 1944 йылдың июль айында яҙған хатынан. Хат рус телендә. Конверт тышындағы адреста күрһәтелгән Таһирова Галина – һалдаттың әсәһе, тип фаразларға урын бар. Һуғышҡа тиклем һәм унан һуңғы йылдарҙа Икенсе Этҡолда ҡеүәтле урман әҙерләү һәм таҡта ярыу заводы була. Эргәләге Түбә алтын табыу һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводтары өсөн ағас әҙерләйҙәр, Һаҡмар, Ҡана йылғалары буйлап башҡа тарафтарға һал ағыҙалар. Ситтән килгән төрлө милләт кешеләре күпләп йәшәй ауылда, ҡатнаш никахтар ғәҙәти хәл була.

Марат Таһиров 1919 йылда тыуған. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Уға тиклем таҡта ярыу заводында токарь булып эшләп өлгөрә. Хәрби хеҙмәтте хәҙерге Пермь крайының Көнгөр (Кунгур) ҡалаһында башлай. Артабан Грузияла торған тау-уҡсылар полкында элемтәсе була. Һуғышты Кавказда ҡаршылай һәм төбәкте фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Яугир хеҙмәт иткән полк Латвия, Литва, Польша, Көнсығыш Пруссия өсөн барған һуғыштарҙа ла ҡатнаша. 1945 йылдың 24 мартында Кенигсбергты алғанда Марат Таһиров ауыр йәрәхәтләнә. Истенбург ҡалаһында (хәҙерге Черняховск) госпиталдә дауалана. Яраһы аҙып китеү сәбәпле, хирургтар аяғын ҡырҡырға мәжбүр була. Тик был да ярҙам итмәй. Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып ут эсендә йөрөгән яугир 1945 йылдың 25 июлендә, Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙан буйлап Еңеү парады үтеүгә бер ай тигәндә, вафат була.

Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Марат Сафа улы Таһиров III дәрәжә «Дан ордены» (06.07.1944), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (07.04.1943), «Батырлыҡ өсөн» (31.01.1945) миҙалдары, «Маҡтаулы элемтәсе» билдәһе менән наградлана.

«Өлкән радист ефрейтор Таһиров Марат Сафа улы ауыр шарттарҙа алыш яланынан ике радиостанция алып сыҡты һәм шул рәүешле бәрелеш барышында штаб менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш булдырҙы», – тип яҙа ҡыйыу һал­даттың командиры, уны «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына күрһәтеп.

«1 июлдә башланған хәрби һөжүм операцияһы барышында иптәш Таһиров полк командиры менән рота һәм батальон командирҙары араһында радио буйынса өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотто.

1944 йылдың 6 июлендә Щара йылғаһын кискәндә иптәш Таһиров яра алды. Яраһын бәйләгәс, кире сафҡа баҫты һәм полк командирының радио аша подразделениелар менән өҙлөкһөҙ етәкселеген тәьмин итте», – тиелгән III дәрәжә «Дан ордены»на тәғәйенләгән саҡтағы документта.

«1945 йылдың 31 ғинуарында Фридланд ҡалаһы (Көнсығыш Пруссия) өсөн барған ҡаты алыштарҙа үҙенең эшен еренә еткереп белгән иптәш Таһиров һөжүм хәрәкәте алып барған батальон менән өҙлөкһөҙ радио бәйләнеше булдырҙы. Үҙенең рацияһы менән полк командирының күҙәтеү пунктында булып, дошман яғынан утҡа тотолоуға ҡарамай, радио бәйләнешен туҡтатманы», – Марат Таһировтың батырлығы шулай ҡоро рәсми телдә миҙал наградаһы ҡағыҙына теркәлгән.

Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Баймаҡ районы егете, киләсәк быуындар бәхете өсөн баш һалған Марат Сафа улы Таһиров Калининград өлкәһе Черняховск ҡалаһының туғандар ҡәберендә ерләнгән. Исеме һуғыш ҡорбандары мемориалы ташына сүкеп яҙылған.

Эйе, бер кем дә,бер нимә лә онотолмаған!

Сафа Ишмөхәмәтов,

БР һәм РФ журналистар берлеге ағзаһы.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас в