-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
31 Ғинуар 2023, 14:57

Берҙәм пособие кемгә тейеш?

2023 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә Пенсия һәм Социаль страховкалау фондтарын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Социаль фонд эшләй башланы. Һәм яңы йылдан түләнәсәк берҙәм пособие – был тәңгәлдә тәүге үҙгәрештәрҙең береһе. Ул нимәнән ғибәрәт һәм кемдәргә тейеш? Рәсәй Социаль фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльвира Фазлетдинова шул турала һөйләй.

Берҙәм пособие  кемгә тейеш?
Берҙәм пособие кемгә тейеш?

Берҙәм пособие ошоға тиклем ғәмәлдә булған биш социаль ярҙам сараһын үҙ эсенә ала: йөклөлөктөң иртә срогында (12 аҙнаға тиклем) медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатынға ай һайын түләнгән пособиены, беренсе бәпес тыуыуы менән бәйле өс йәшкә тиклемге, өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшенә тиклемге, өстән ете йәшкә тиклемге, һигеҙҙән 17 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын тәғәйен айлыҡ түләүҙәрҙе.
Шуны әйтеп үтеү кәрәк: сабыйы 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ата-әсәләр уға өс йәш тулғансы пособиены элекке ҡағиҙәләр буйынса алыу хоҡуғына эйә.

Өс шарт мөһим
Берҙәм түләүҙе билдәләү өсөн ғаиләлә йән башына айлыҡ табыш төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булыуы зарур.
Ғариза биреүсенең (пособие балаларға юлланһа, уларҙың да) Рәсәй гражданы булыуы, даими рәүештә Рәсәйҙә йәшәүе фарыз.
Мотлаҡ рәүештә ғаиләнең милек менән тәьмин ителеше, ата-әсәләрҙең, бәлиғ булған ағзаларҙың эшләү-эшләмәүе иғтибарға алына. Өлкәндәрҙең табыш (хеҙмәт хаҡы, шәхси эшҡыуарлыҡтан килем, стипендия, пенсия) алыуы шарт, әгәр ҙә алмайҙар икән, бының объектив сәбәптәре (өс йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләү, инвалид йәки даими тәрбиәгә мохтаж өләсәй-олатайҙы, йә булмаһа 80 йәшлек кешене ҡарау, 23 йәшкә тиклемге ғаилә ағзаһының көндөҙгө бүлектә уҡыуы, армияла хеҙмәт итеү һ.б.) булыуы мөһим.

Пособие ҙурлығы күпме?
Түләү, әгәр ул 17 йәшкә тиклемге балаға тәғәйенләнә икән, төбәктәге балалар өсөн йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итәсәк. 50 процент – ул пособиеның база күләме. База күләмен ҡушҡандан һуң да ғаиләнең йән башына килеме йәшәү минимумынан түбән икән, түләү 75 процентҡа еткерелә. Инде һаман йәшәү минимумына етмәһә, был осраҡта 100 процент итеп тәғәйенләнә.
Йөклө ҡатын өсөн пособие төбәктә хеҙмәткә һәләтле кешегә билдәләнгән йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә һәм шулай уҡ уның 50, 75 йәки 100 проценты кимәлендә түләнә. Буласаҡ әсәләр бығаса йәшәү минимумының 50 процентын ғына алды.
Әгәр ғаиләлә 17 йәшкә тиклем бер нисә бала үҫә икән, түләү һәр береһенә тәғәйенләнә – ата-әсәнең уларҙы ғаризала әйтеп үтеүе генә кәрәк.
Республикабыҙҙа йән башына йәшәү минимумы 12650 һум тәшкил итә, балалар өсөн уның күләме – 12271 һум, хеҙмәткә һәләтле кеше өсөн – 13789 һум.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Пособие юллау хаҡында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәктәр, Социаль фонд бүлексәләре аша тапшырырға мөмкин. Уны биргәндән һуң түләүҙе билдәләү тураһында ҡарар ғәҙәттә ун көн эсендә ҡабул ителә. Ойошмаларҙан һәм граждандарҙан тейешле мәғлүмәттәр килеп етмәгәндә, мөрәжәғәтте ҡарау 20 көнгә тиклем һуҙылыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас: