– Бала ауырып китһә, эшләп йөрөгән ата-әсәнең береһе уны ҡарау өсөн больничныйға сыға ала. Ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ бюллетенен тик электрон төрҙә генә асырға мөмкин, быйылдан алып ҡағыҙ бюллетень башҡаса бирелмәй. Электрон хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ бите бик ҡулай, сөнки уның асылыуы, оҙайтылыуы, ябылыуы һәм был осор өсөн күпме түләнеүе тураһындағы мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа килеп тора.
Һигеҙ йәшкә тиклемге ауырыу баланы ҡарағанда пособие, уның ҡайҙа (стационарҙамы, әллә өйҙәме) дауаланыуына ҡарамаҫтан, уртаса хеҙмәт хаҡының 100 проценты күләмендә бирелә.
Уртаса хеҙмәт хаҡы бала ауырығанға тиклемге ике календарь йылдағы хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә, был суммаға Социаль страховкалау фондына тейешле взнос күсерелгән бөтә түләүҙәр һәм аҡсалата бүләкләүҙәр инә.
Ете йәшкә тиклемге сабый сирләп китһә, уны ҡараусы йылына йәмғеһе 60 көн больничныйға пособие алырға мөмкин.
Әгәр баланың сире Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төҙөгән исемлеккә (түбәндәге һылтанма аша үтеп ҡарарға була: vk.cc/cfy6lq) инһә, пособие йылына 90 көнгә түләнәсәк.
Хеҙмәткәрҙең алдағы ике йылда табышы булмаған йәки бик аҙ булған осраҡта, түләү минималь хеҙмәт хаҡы күләменән сығып бирелә. Башҡортостанда ул, район коэффициентын да ҡушып, 17 570,85 һум тәшкил итә.
...«Сабый оҙаҡ һәм йыш ауырып, ул сирләгән көндәр, дөйөм алғанда, пособие түләнәһе осорҙан күберәк булып китһә, ни эшләргә?» – тип һорар, моғайын, ҡайһы берәүҙәр. Ундай ваҡытта атай менән әсәй, йә булмаһа олатай менән өләсәй, йәиһә ғаиләнең башҡа өлкән ағзаһы сират буйынса больничныйға сыға ала, тик уларҙың рәсми рәүештә эшләүе мотлаҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.