Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы, Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ яуап бирә:
– 2019 йылдан ауыл кешеләре ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына йәки инвалидлыҡ буйынса пенсияһына теркәлгән өҫтәмәгә хоҡуҡлы. Уны алыу өсөн ауыл хужалығында, беренсенән, кәмендә 30 йыл хеҙмәт стажы булыу, икенсенән, пенсионерҙың эшләмәүе шарт. Һәм ошоғаса тағы ла өсөнсө шарт мөһим ине: уның ауыл ерендә йәшәүе.
2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә был хаҡтағы законға тейешле үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде һәм хәҙер ауыл пенсионерҙары ҡалаға күскәндә лә әлеге өҫтәмәне алыуын дауам итә. Тимәк, һеҙ ҙә пенсияғыҙға теркәлеп бирелгән түләүҙе юғалтмайһығыҙ. Йәшәү урынын алмаштырғанда ул автоматик рәүештә һаҡлана, йәғни һеҙгә Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
«Ауыл өҫтәмәһе»нә хоҡуҡ биреүсе стажға колхоз һәм совхоздарҙа, башҡа ауыл хужалығы ойошмаларында малсылыҡ, үҫемлекселек, балыҡсылыҡ тармаҡтарында эшләү инә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған был исемлектә 500-ҙән ашыу һөнәр эйәһе бар:
агрономдар;
баҡсасылар;
ветеринарҙар;
бригадирҙар һәм бригадир ярҙамсылары;
тракторсылар;
ауыл хужалығы машиналарын йөрөтөүселәр;
технологтар;
механизаторҙар;
умартасылар;
тирмәнселәр;
колхоз рәйестәре һәм башҡалар.
Пенсияға өҫтәмә тәғәйенләү өсөн ауыл кешеһенең һөнәре ошо исемлектәге һөнәрҙәргә, вазифаларға, белгеслектәргә тап килергә тейеш.
Ә бына 1992 йылға тиклем колхоздарҙа, машина-трактор станцияларында, колхоз-ара предприятиеларҙа, совхоздарҙа, крәҫтиән хужалыҡтарында, ауыл хужалығы артелдәрендә башҡарылған эш, һөнәрҙең, белгеслектең һәм биләгән вазифаның нисек аталыуына ҡарамаҫтан, ауыл стажына индерелә.
Халыҡ йәшәгән урынды «ауыл ере» тип билдәләгәндә Дөйөм Рәсәй административ-территориаль бүленеш объекттары классификаторының (ОКАТО) «Сельские населенные пункты» бүлеге мәғлүмәттәре ҡулланыла. Мәҫәлән, Башҡортостандың Бөрө ҡалаһы составына инеүсе Никольский һәм Пономаревка ауылдары был классификаторҙың юғарыла әйтеп үтелгән бүлегендә бар һәм улар ауыл еренә ҡарай.
Башҡортостанда хаҡлы ялдағы 60 меңдән ашыу өләсәй һәм олатай пенсияларына «ауыл өҫтәмәһе» ала. 2022 йылдан ул 1641 һум тәшкил итә.