-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
4 Август 2021, 14:20

Яңы пособиелар кемгә тейеш

Рәсәй Пенсия фондының республикабыҙ район һәм ҡалаларындағы бүлексәләре 1 июлдән яңы төр пособиеларға – йөклө ҡатындар һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул итә башланы. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ был ярҙамды алыу шарттары тураһында бәйән итә.

Яңы пособиелар кемгә тейеш
Яңы пособиелар кемгә тейеш

– Яңы түләүҙәр йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында медицина ойошмаһында иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға һәм 8–17 йәшлек балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсәйгә йәки атайға бирелә. Бәпес көтөүсе әсәләргә ул – 5 320,50 һум (респуб­ликабыҙҙа хеҙмәткә һәләтле кеше өсөн билдәләнгән йәшәү мини­мумының – 10 641 һумдың яртыһы), тулы булмаған ғаиләләге һәр балаға 5 038,50 һум (балалар өсөн тәғәйен йәшәү минимумының – 10 077 һумдың яртыһы) тәшкил итә.

Дәүләт ярҙамының был төрө матди ҡыйынлыҡ кисереп көн итеүсе, табыштары йән башына йәшәү минимумынан (10015 һумдан) артмаған ғаиләләргә исемләнгән. Уны билдәләгәндә мохтажлыҡ кимәле комплекслы баһалана. 

Бәпес көтөүсе әсәләргә яңы пособиены тәғәйенләү өсөн йөклөлөктөң кәмендә 12 аҙналыҡ булыуы мөһим. Әгәр әсә медицина ойошмаһында иҫәпкә баҫҡан мәлдән (тик йөклөлөктөң 6 аҙнаһынан да иртәрәк түгел) 30 көн дауамында ғариза менән мөрәжәғәт итһә, пособие иҫәпкә баҫҡан айҙан алып бала тыуғансы, йә булмаһа йөклөлөк өҙөлгән айға тиклем түләнә. Ә инде иҫәпкә баҫҡан мәлдән һуң 30 көн үткәс мөрәжәғәт итә икән, ғариза яҙған айҙан башлап биреләсәк.

8 йәштән 17 йәшкә тиклемге бала өсөн түләүҙе тәғәйенләү нескәлектәрен билдәләп үтәм.

Пособие:

  • ата-әсәнең береһенә йәки баланың законлы вәкиленә тәғә­йенләнә – әгәр балаға атайҙан йәки әсәйҙән алимент түләтеү хаҡында суд ҡарары сығарылған булһа;
  • баланы яңғыҙ тәрбиәләүсе атайға, әсәйгә (тормош юлдашы вафат булған, хәбәрһеҙ юғалған, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығына яҙылмаған, йә әсә һүҙе буйынса яҙылған осраҡта), ата-әсә вафат булған йәки ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән икән, баланың законлы вәкиленә түләнә.

Мохтажлыҡты комплекслы баһалау нимәнән ғибәрәт, тип һораусылар бик күп. Пособиены тәғәйенләгәндә, ғаиләнең табышынан тыш, милке, банкта һаҡланған аҡсаһы, уның хеҙмәткә һәләтле һәр ағзаһының килем алыуы иҫәпкә алына.

Мәҫәлән, фатир майҙаны ғаиләнең һәр ағзаһына – 24 кв. метрҙан, ә йорттоҡо 40 кв. метрҙан артмауы зарур. Дача, торлаҡ бул­маған бина берәүҙән күп булмаҫҡа тейеш.

Ҡалала йәшәүсе ғаиләнең ер участкаһы – 25 сутыйҙан, ауылда йәшәүселәрҙең 1 гектарҙан артмауы мотлаҡ (ишле ғаиләгә социаль ярҙам булараҡ бүленгән ер иҫәпкә алынмай).

Автомобиль, мотоциклдың, гараждың да берәү генә булыуы шарт. Ғаилә күп балалы, йә иһә унда инвалид кеше бар икән, улар икешәр булырға ла мөмкин. Социаль ярҙам рәүешендә бирелгән автомобиль һәм мотоцикл һаналмай.

Ғаиләнең биш йылдан «йәшерәк» үҙ йөрөшлө техникаһы (трактор, комбайн, башҡа ауыл хужалығы техникаһы), катер йәки моторлы кәмәһе бар икән,  уларҙың да берәрҙән артмауы мөһим. Үҙ йөрөшлө транспорт биш йылдан иҫкерәк булһа, иҫәпкә алынмаясаҡ.

Пособие тәғәйенләү өсөн шулай уҡ ғаиләнең өлкән ағзаларының килеме (хеҙмәт хаҡы, стипендия, эшҡыуарлыҡтан ингән табыш,       пенсия) булыуы, ә юҡ икән, быны объектив сәбәптәр менән нигеҙләү кәрәк.

Яңы төр пособиеларға ғаризалар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки Рәсәй Пенсия фондының үҙегеҙ йәшәгән урындағы бүлексә­ләрендә ҡабул ителә.

Ғаризала мөрәжәғәт итеүсенең банк иҫәбе мәғлүмәттәрен күрһәтергә кәрәк. Пособие «МИР» милли түләү системаһы картаһына йәки «карточкаһыҙ» банк иҫәбенә күсерелә.

Автор:
Читайте нас: