-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
1 Май 2021, 16:20

Бала пособиеһы – яңыса

Илебеҙ Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, быйыл апрелдән башлап өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие тәғәйенләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Иң мохтаж ғаиләләрҙәге балалар өсөн ул 10 077 һумға тиклем арта. Пособие билдәләүҙең яңы тәртибе нескәлектәрен Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге етәксеһе Николай Алексеевич Калмацкий ярҙамында еткерәбеҙ.

– Республикала 2021 йылда балалар өсөн йәшәү минимумы 10 077 һум күләмендә билдәләнгән. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге (йәғни һигеҙ йәш тулғансы) балалар өсөн пособиеның база күләме шуның яртыһын – 5 038,5 һум тәшкил итә.
Әгәр был түләүҙе алғандан һуң ғаиләнең йән башына табышы йәшәү минимумынан түбән ҡала икән, түләү күләмен 7 557,5 һумға тиклем (75 процентҡаса) арттыра­саҡтар. Ә инде ул саҡта ла йән башына табыш кәм булһа, пособие суммаһы 10 077 һумға еткерелә.
Быны ҡәҙимге бер ғаилә, әйтәйек, атай менән әсәйҙән һәм өс баланан (икәүһе – өс йәштән ете йәшкә тиклем) торған Ивановтар миҫалында аңлатып китәйек. Атай менән әсәйҙең икеһенең хеҙмәт хаҡы бергә 30 мең һум тәшкил итә. Ғаиләнең дөйөм табышы, ике бала өсөн тейеш 5 038,5-әр һумды ҡушһаң, 40 077 һум буласаҡ. Шуны бишкә бүлһәң, ғаиләнең һәр ағзаһына 8 015,4 һум тура килә. Был йәшәү минимумынан түбән. Шуға күрә Ивановтар ике баланың һәр ҡайһыһы өсөн 10 077 һум аласаҡ.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: быйыл пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең бәлиғ булған һәр ағзаһының 12 ай дауамындағы табышын (хеҙмәт хаҡы, эшҡыуарлыҡтан килем, пенсия, стипендия) документтар менән раҫлау зарур. Был түбәндәгесә иҫәпләнә: ғариза биргән көндән дүрт ай, шунан тағы бер йыл алып ташлана. Быйыл апрелдә ғариза бирһәгеҙ, тимәк, 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың ноябренә тиклемге табыш күрһәтелергә тейеш.
Был ҡағиҙә түбәндәгеләргә ҡағылмай: өс йәшкә тиклемге сабыйҙы ҡарау буйынса отпускыла булыусыларға, инвалид йәки 80 йәштән үткән кешене тәрбиәләү­селәргә, тормош иптәше үлеп йәки хәбәрһеҙ юғалып, балаһын яңғыҙ үҫтереүселәргә, көндөҙгө бүлектә уҡыусы 23 йәшкә тиклемге студенттарға, армияла хеҙмәт итеүселәргә (унан ҡайтҡас, тағы өс ай), иректән мәхрүм ителеү урындарына ебәрелеүселәргә (иреккә сыҡҡас, тағы өс ай), өс айҙан артыҡ ауырыусыларға һәм мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эш эҙләү­селәргә (иң күбе – ярты йыл). Шулай уҡ күп балалы ғаиләлә ата-әсәнең береһе, үҙен сабыйҙарҙы ҡарауға арнап, эшләмәҫкә мөмкин.
Йәнә бер үҙгәреште билдәләп китәбеҙ: элек рәсми табыштары йән башына йәшәү минимумынан түбән бөтә ғаиләләр мохтаж тип һаналһа, хәҙер иһә уларҙың милке: фатирҙары, йорттары, ер участкалары, транспорты ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, әгәр ғаиләнең табышы йәшәү минимумынан түбән булып та, ул бер нисә фатирға йәки йортҡа эйә икән, торлаҡтың майҙаны һанала. Фатирҙа һәр кешегә тура килгән майҙан 24 квадрат метрҙан, йортта 40 квадрат метрҙан артмауы мөһим. Торлаҡ социаль ярҙам рәүешендә алынған осраҡтар иҫкәрмә булып тора. Фатир йәки йорт берәү генә булған саҡта ла уның майҙанын һанамаясаҡтар.
Ҙурайтылған пособиеға шәхси милкендәге ере 25 сутыйҙан артмаған ҡала ғаиләләре дәғүә итә ала. Ауыл ерендә бының өсөн ерҙең 1 гектарҙан ҙур булмауы зарур. Ер социаль ярҙам сиктәрендә бирелгән осраҡтар иҫкәрмә булып тора.
Арттырылған түләүгә дәғүә итеүсе ғаиләлә автомобиль һәм мотоциклдың берҙән артыҡ булмауы шарт. Автомобилдәр һәм мотоциклдар һаны буйынса иҫкәрмәләр ишле һәм инвалид балалы ғаиләләргә яһала.
Әгәр ғаилә, яңы талаптарға тура килмәйенсә, арттырылған пособиеға иҫәп тота алмай икән, элекке ғаризаһын биргәндән һуң бер йыл дауамында уны иҫкесә аласаҡ. Мәҫәлән, ғаризаны 2020 йылдың ноябрендә яҙып, сабы­йығыҙға әле 4 984,5 һум пособие алаһығыҙ һәм ике ҙур фатирығыҙ бар икән, ти. Һеҙгә арттырылған түләү тейеш түгел, ләкин ошоғаса тиклемге 4 984,5 һумды 2021 йылдың ноябренә хәтлем алыуҙы дауам итәсәкһегеҙ.
Пособие тәғәйенләүгә ғаризалар 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Уны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, алдан яҙылып, халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдарында, йә күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Ғариза һигеҙ өлөштән тора, ашыҡмай ғына тултырыу фарыз.
«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8 (347) 200-80-80.
Читайте нас: