Икенсе әсәйҙе башҡа ерҙә үҙен тәртипле тотҡан балаһының өйҙә алмашынған кеүек булыуы, туғандарына, яҡындарына ҡарата тупаҫ мөғәмәләһе хайран ҡалдыра:
«4 йәшлек ҡыҙым – балалар баҡсаһында үҙ төркөмөнөң иң аҡыллы, иң тыңлаусан балаһы. Тәрбиәселәре уны маҡтай. Ҡыҙым менән уйнарға, дуҫлашырға теләгән балалар бихисап. Тик өйҙә баланы алмаштырып ҡуялармы ни? Һүҙ әйтеп булмай, беҙгә, ағаһына ҡаршы өндәшә, ҡайһы берҙә ҡул күтәреүҙән дә тартынмай. Кейемдәрен, уйынсыҡтарын йыймай, беҙ әйткәнде ҡолағына ла элмәй, әгәр уныңса түгел икән, яр һалып илай... Өйгә ҡунаҡтар килһә, ҡыҙым уларға ла үҙ холҡон күрһәтә. Уның шундай ҡылыҡтары арҡаһында килгән кешеләр алдында оят булып китә…»
Күпселек ата-әсәнең балаларының тәртипһеҙлегенә, ярһыуҙан ҡыҙарынған йөҙ менән башҡаларға ташланған йә иһә ҡулындағы уйынсыҡты ботарлап ташлаған мәлдәренә шаһит булғаны бар.
Агрессия – ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, пландарҙың боҙолоуына, тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарата тыуған яуап. Балалар агрессияһы мәктәпкәсә йәшкә тиклем осорҙа айырыуса асыҡ сағылыш тапһа, 7-8 йәштәрҙә ул кәмеүгә ыңғайлай. Психологтар быны баланың әлеге йәштә сетерекле мәлдәрҙе хәҙер инде икенсе юл менән хәл итергә өйрәнеүе, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә ниндәйҙер тәжрибә туплауы, башҡаларҙың уй-хистәрен һәм ҡылыҡтарын аңлай башлауы менән дәлилләй.
Баланың үҙен агрессив тотоуында күп нәмә ата-әсәнең был күренеште нисек ҡабул итеүенә бәйле. Кескәйҙәрҙең йәмһеҙ ҡылыҡтары өсөн яза биреү, тыйыуға ҡарағанда иғтибар һәм аңлау мөһимерәк. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, ярһыу балалар үҙҙәре лә белмәйенсә «ябыҡ түңәрәк» эсендә ҡала: алама ҡылыҡтары менән улар тирә-йүндәге кешеләрҙе үҙҙәренән биҙҙерә һәм башҡаларҙың һалҡын мөнәсәбәте кескәйҙәрҙә асыуҙы арттыра ғына. Бындай балалар менән тиҫтерҙәренең дуҫлашырға, уйнарға теләге һүрелә, һөҙөмтәлә «һуғыш суҡмарҙары» яңғыҙлыҡта тороп ҡала.
Ундай тәртип өсөн язаға тарттырыу мотлаҡмы? Бер яҡтан ҡарағанда, тикшереүҙәр шуны күрһәтә (беҙҙең йәшәйеш тәжрибәһе лә быны иҫбатлай): әгәр ҙә бала бер тапҡыр агрессия ярҙамында үҙенең маҡсатына ирешә алһа, башҡа ваҡытта ла ул шул юл менән эш итергә теләйәсәк. Әммә яза биреү ҙә ярһыуҙың көсәйеүенә генә килтерә. Яза алғандан һуң бала, мәҫәлән, урамда һуғышып ҡайтыуын йә иһә өйҙә әйбер боҙоуын туҡтата, әммә эскә бикләнгән асыуҙың икенсе ерҙә ҡалҡып сығыуы ихтимал: өйҙә булмаһа, балалар баҡсаһында йә башҡа урында. Тағы ла бала агрессияһын үҙенә йүнәлтеүе лә мөмкин (был күренеш аутоагрессия тип атала): үҙ-үҙенә төрлө ауыртыныуҙар тыуҙыра, үҙе тураһында йәмһеҙ, насар ваҡиғалар уйлап сығара.
Өҫтә әйтеп үтелгәндәр, өлкәндәр кескәйҙәрҙең насар ҡылығына бер нисек тә иғтибар итергә тейеш түгел, тигәнде аңлатмай. Балаға уның агрессив тәртибе башҡа кешеләргә оҡшамауын төшөндөрөргә кәрәк һәм бының өсөн ата-әсә уға нимәнелер тыйырға хоҡуҡлы: мәҫәлән, урамға уйнарға сығыу, йәнһүрәт ҡарау. Шуны күңеленә һеңдерергә тырышығыҙ: беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ, эштәребеҙ ниндәйҙер эҙемтәләргә килтерә, һәм быны ни тиклем иртәрәк аңлаһа, уға кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорорға еңелерәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта баланың үҙ холҡон үҙгәртеү юҫығында эшләгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, уны хуплау тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Бындай ҡыйынлыҡ менән осрашҡан ата-әсә шуны ла белергә тейеш: кешегә үҙенең кире энергияһын сығара, унан ҡотола белеү мөһим. Чех психологы Зденек Матейчик әйтеүенсә: «Әгәр ҙә баланың туп тибеү мөмкинлеге юҡ икән, ул башҡа балаларҙы тибә башлаясаҡ». Кире энергиянан ҡотолоу, «пар сығарып» алыу юлдары ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Ғәҙәттә, үтә әүҙем, тиҙ ярһыусан балалар хәрәкәтләнергә ярата. Уларҙы төрлө спорт түңәрәктәренә һәм секцияларға мөмкин тиклем иртәрәк бирергә кәңәш ителә. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, өйҙә бәләкәй генә булһа ла спорт йәки уйын мөйөшө булдырығыҙ, бала һикереү, йүгереү, үрмәләү, туп менән уйнау кеүек хәрәкәттәр аша үҙенең энергияһын «тыныс маҡсаттарҙа» файҙалана алһын. Шулай уҡ төрлө уйындар ярҙамында ла кире күренештәрҙән арынырға мөмкин. Ярһыуыңды, асыуыңды ҡағыҙға төшөрөп, һүрәт эшләү ҙә бер ни тиклем еңеллек килтерә.
Ата-әсә лә иң тәүҙә үҙен ҡулда тота белергә, балаһына өлгө булырға тейеш. Ғаиләлә ҡаты мөғәмәләне күреп үҫкән бала бындай тәртип моделен башҡа урында ла ҡуллана башлай. Атай-әсәй балаһының ҡылығына ҡарата хис-тойғоһон да әйтеп үтә ала: «Һин кейемдәреңде туҙҙырып, уйынсыҡтарыңды боҙоп ташлаған ваҡытта, миңә ҡыйын булды. Әйҙә, башҡа улай итмәҫкә тырышайыҡ».
Әгәр ҙә бала һуғыш сюжетына ҡоролған фильмдарҙы йыш ҡарай, компьютер уйындарын өҙлөкһөҙ уйнай икән, ул еңелеү белмәҫ һәм бер ниндәй закондарға буйһонмаҫ герой йоғонтоһона бирелеп, үҙен шул рәүешле тота башлауы ихтимал. Шунлыҡтан ниндәй фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарауын, уйындар уйнауын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Баланың тәртибенә ҡағылышлы әңгәмәне уның менән икәүҙән-икәү генә ҡорорға кәрәк, башҡа туғандарының һәм сит кешеләрҙең шаһитлығы был осраҡта артыҡ. Шулай уҡ атай менән әсәйҙең бер һүҙле, был мәсьәләгә бер ҡарашта булыуы шарт.
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог.