0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
28 Май 2020, 14:25

Балалы ғаиләләргә – өҫтәмә ярҙам

Бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең коронавирус эпидемияһы арҡаһында ауырлашҡан көнитмешен еңеләйтеү маҡсатында дәүләт байтаҡ өҫтәмә ярҙам саралары күрҙе. Шуларҙың иң мөһимдәре хаҡында һөйләп үтәбеҙ.

3 йәштән 16 йәшкә тиклемге һәр балаға – 10 мең һум
Рәсәйҙәге 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге һәр бала өсөн, ғаиләнең мохтаж булыу-булмауына ҡарамаҫтан, бер тапҡыр 10 мең һум күләмендә түләү биреләсәк. Аныҡлап әйткәндә, ул балалары 2004 йылдың 11 майынан 2017 йылдың 30 июненә тиклем тыуған ғаиләләргә тейеш. Түләүҙе 1 июндән алырға мөмкин. Ғаризаны 1 октябргә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинеттан, йә булмаһа, алдан яҙылып, Пенсия фонды бүлексәләре һәм күп функциялы үҙәктәр аша бирә алаһығыҙ.
Өс йәшкә тиклемге һәр сабыйға – 5 мең һум
Был ярҙамды башта әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр генә ала алһа, хәҙер ул өс йәшкә тиклемге һәр балаға тейеш. Пособие апрелдән июнгә тиклем түләнә. Уны алыу өсөн шулай уҡ 1 октябргә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинеттан, йә булмаһа, алдан яҙылып, Пенсия фонды бүлексәләре һәм күп функциялы үҙәктәр аша ғариза бирергә кәрәк.
Әгәр әсәй йәки атай эшһеҙ ҡалһа
Әгәр ғаиләлә ата-әсәнең береһе 2020 йылдың 1 мартынан эшен юғалтҡан икән, бәлиғ булмаған һәр бала өсөн 3 мең һум түләнә. Ул атайға йәки әсәйгә тәғәйенләнгән эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие менән бергә өс ай дауамында иҫәпләнәсәк. Бының өсөн, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, эшһеҙ булараҡ теркәлеү зарур.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие күләме – 13 949,5 һум. Эш эҙләүсе һәм эшһеҙ булараҡ теркәлеү өсөн мәшғүллек үҙәгенә ғаризаны «Рәсәйҙә эш» порталы аша дистанцион рәүештә бирергә мөмкин.
Йән башына табыш аҙ булһа
Йән башына табыштары 9804 һумдан түбән ғаиләләр 1 июндән 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ пособиеға хоҡуҡлы. Пособие күләме – 4894 һум. Ул июнь башынан бирелә башлаясаҡ, ләкин 2020 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнә. Йәғни уҙған ярты йыллыҡ өсөн бөтә сумманы (яҡынса 30 мең һум) бер ыңғай алырға мөмкин буласаҡ. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙырға кәрәк.
Икеләтә арта
Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның иң бәләкәй күләме ике тапҡырға – 3375 һумдан 7754 һумға тиклем артты. Бындай пособиены эшләмәүсе ата-әсәләр, шулай уҡ студенттар ала. Пособиеның яңы күләме автоматик рәүештә иҫәпләнә – мөрәжәғәт талап ителмәй.
Эшләүсе ата-әсәләр өсөн бала ҡарау буйынса пособие, белеүегеҙсә, хеҙмәт хаҡының 40 проценты күләмен тәшкил итә.
Ипотеканы ҡаплауға – 100 мең һум
Субсидия ишле, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, балаларын яңғыҙ тәрбиәләүселәргә, шулай уҡ 2020 йылдың 15 мартынан 1 июнгә тиклемге ваҡытта эшһеҙ ҡалыусыларға (әгәр банкыға ғариза менән мөрәжәғәт иткән мәлгә ҡәҙәр эшкә урынлашмаған булһалар) исемләнгән. Был дәүләт ярҙамының 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем алынған ипотеканы ҡаплауға бирелеүен билдәләп китеү мөһим. Уны юллау өсөн ипотека алған банкыға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар 2020 йылдың 31 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: