Үҙ район поликлиникаһындағы стоматология кабинетына ингәс, күптәр шуны ишетә: «Бушлай дауаланырға теләйһегеҙме? Тик ул осраҡта пломба материалы ла, ауыртыуҙы һиҙҙермәүсе препарат та бик яҡшы сифатлы булмаясаҡ». Был аңлашыла ла кеүек: һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә аҡса һәр ваҡыт етмәй, шуға күрә дәүләт һәм муниципаль дауаханалары өсөн арзаныраҡ материалдар һатып алына ла инде. Кемдең сифатһыҙ материалдан тешен яматҡыһы килһен – кеше шунда уҡ янсығына үрелә.
Күрһәтелгән медицина ярҙамы өсөн дауаханалар алған түләү тарифына материалдар хаҡы ла инә. Бөгөн хөкүмәт раҫлаған дәүләт гарантиялары программаларының береһе лә материалдар төрө һәм хаҡы буйынса сикләү ҡуймай. Тимәк, медицина күрһәткестәре булһа, пациентҡа заманса дауалау стандарттарынан сығып, ниндәй ярҙам кәрәк, шундайы күрһәтелергә тейеш.
Әгәр ҙә мәгәр, башҡа – яҡшыраҡ наркоз һәм материалдар бар, ләкин улар түләүле, тип әйтәләр икән, һеҙгә полис биргән страховкалау компанияһына шылтыратырға кәңәш итәм. Законға ярашлы, бөгөн медицина страховкалаусылары ауырыуҙарҙың бушлай адвокаттары булып тора, бөтә мәсьәләләр буйынса консультация бирә, бушлай сифатлы медицина ярҙамына хоҡуҡтарын яҡларға ярҙам итә, уларҙың законлы мәнфәғәттәрен боҙған өсөн поликлиникаларға штраф һалырға ла хаҡлы.
Билдәләп үтеүемсә, дауалау ғына түгел, ҡайһы бер медикаменттар һәм пломбалау материалдары (фосфат, быялаиномер, силикат цементтар), шымартыусы пасталар, бәйләү материалдары, рентген пленкаһы, анестетиктар һәм антисептиктар ҙа бушлай ҡаралған. Яҡтылыҡ ярҙамында нығытылыусы пломба кәрәк икән, уныһы ла түләүһеҙ булырға тейеш.
Стоматология хеҙмәттәре өсөн клиникаларға яҡшы финанстар күсә – тап шуға бөгөн коммерция нигеҙендә эшләүсе медицина үҙәктәре лә Мотлаҡ медицина страховкалауы системаһына инергә ынтыла. Стоматология кабинеты хужаһына был системаға инеү отошло, сөнки унда хаҡтар ярайһы уҡ юғары билдәләнгән. Шулай булғас, был «хеҙмәттәр бушлай» тип һис кенә уңайһыҙлыҡ кисерергә кәрәкмәй – һеҙҙең өсөн фонд түләй.
Шәхси клиникала бушлай теш дауаларға теләһәгеҙ, иң элек уның ММС фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеүе бармы-юҡмы икәнлеген белергә кәрәк. Быны үҙегеҙгә полис биргән страховкалау компанияһы бүлексәһендә асыҡлай алаһығыҙ.
ММС программаһына түбәндәге процедуралар инмәй:
- теш коронкаларын тергеҙеү;
- теш үҫтереү өсөн полимер пломбалар һәм материалдар файҙаланыу;
- имплантация, теш протезлау.
ММС системаһына ингән шәхси стоматология үҙәктәрендә, «был – бушлай, ә быныһы түләүле», ти башлаһалар, туп-тура үҙегеҙҙең страховкалау компанияһына шылтыратығыҙ: ул хеҙмәт, ысынлап та, ММС программаһына инмәгәнме?
Шәхси клиникаларҙа полис буйынса дауаланыу өсөн шәхесте раҫлаусы документ, полис кәрәк.