+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
8 Ноябрь 2019, 12:42

Түңәрәк өсөн сертификат

Республикабыҙҙа бала үҫтереүсе ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрө – өҫтәмә белем өсөн сертификат барлыҡҡа килде. Пилот программа нимәнән ғибәрәт? Сертификат кемдәргә бирелә һәм уны нисек, ҡайҙан алырға һәм ни рәүешле файҙаланырға мөмкин? Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Раил ҡыҙы АБДРАХМАНОВА шул турала һөйләй.

– Сертификат балаға дәүләт иҫәбенә түңәрәктәргә, секцияларға йөрөү мөмкинлеген бирә. Ул – ҡулға тотторолоусы ҡағыҙ түгел, ә электрон реестрҙағы яҙма. Программа биш йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән. Дәүләт тарафынан бирелгән аҡса ата-әсә кеҫәһенә инмәй, туранан-тура мәғариф ойошмаһына күсә. Бер тапҡыр алған сертификат бала бәлиғ булғансы уның иҫәбендә ҡаласаҡ, йәғни исемле буласаҡ.


– Сертификатты нисек юлларға икәнен аңлатып үтһәгеҙ ине?


– Уны алыу өсөн ата-әсәгә «Башҡортостан Республикаһында балалар өсөн өҫтәмә белем биреү навигаторы» тигән сайтҡа инергә һәм шунда теркәлеп, үҙенең «Шәхси кабинет»ын асырға кәрәк. Артабан баланың шәхси мәғлүмәттәрен яҙып, «Сертификат алырға» тигән нөктәгә баҫырға. Барлыҡ мәғлүмәт «Шәхси кабинет»та күренәсәк.


– Ә сертификатты ни рәүешле файҙаланырға?


– Һеҙгә тәғәйен сертификаттың ниндәй һан аҫтында икәнлеген белгәс, навигаторҙағы исемлек буйынса үҙегеҙ алдан һайлаған мәғариф ойошмаһына барырға, балағыҙҙы түңәрәккә йөрөтөүгә ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризаға паспортығыҙҙың, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәләре теркәлә. Күпмелер ваҡыттан һуң «Шәхси кабинет»та аҡса күсеү хаҡында хәбәр киләсәк.
– Сертификатта яҡынса күпме аҡса буласаҡ?




Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: