-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
12 Сентябрь 2019, 11:49

Һәр кем әҙерәк бухгалтер булһын

Беҙгә тәғәйен аҡса ғаилә янсығына инмәүенә йыш осраҡта үҙебеҙ, дөрөҫөрәге, мәғлүмәтһеҙлегебеҙ ғәйепле. Мәҫәлән, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек, йөклөлөк, йә булмаһа баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеларҙың нисек иҫәпләнергә тейешлеген беләһегеҙме? Юҡ, тиер журналды алдырған әсәләрҙең күбеһе. Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Лариса Викторовна ЧЕРЕПАНОВА был мөһим түләүҙәрҙе иҫәпләү нескәлектәрен аңлата.

«Әхирәтем менән икебеҙҙең хеҙмәт хаҡы бер тигеҙ. Ә декрет аҡсаһын унан аҙыраҡ алдым», «Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиены иң бәләкәй күләмдә алам, ә бүлектәге хеҙмәттәшемә иң ҙур күләмдә билдәләнде» – Социаль страховкалау фондының ҡыҙыу линия телефонына ошондай һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Һәр кемгә пособие айырым тәғәйенләнә, йәғни уны иҫәпләү шарттары ла төрлөсә. Ләкин ҡайһы берҙә мөрәжәғәт итеүселәрҙең шикләнеүҙәре нигеҙле була торған.
Эйе, эшләп йөрөүсе кеше үҙенә тәғәйен пособиены күберәк алырға тейеш булһа ла, ҡайһы берҙә, ниндәйҙер сәбәп менән, түләү аҙыраҡ иҫәпләнә. Ниндәй осраҡтарҙа шулай килеп сыға?
*Хеҙмәткәр элекке эш урынынан һуңғы ике йыллыҡ хеҙмәт хаҡы тураһында 182н белешмәһен килтермәгән саҡта шулай булыуы ихтимал. Ойошманан киткәндә шул ҡағыҙҙы алырға онотмағыҙ. Яңы эш урынында Социаль страховкалау фондынан пособие ошо белешмә нигеҙендә билдәләнә.
*Ойошма закон нормаларын яңылыш ҡулланғанда ла түләү кәмерәк сығыуы мөмкин. Мәҫәлән, пособие хеҙмәт стажы буйынса уртаса эш хаҡының 80 процентынан билдәләнергә тейеш булып, 60 проценттан ғына иҫәпләнгән осраҡтар бар.
*Шулай уҡ арифметик хата киткәндә лә түләү аҙ булыуы ихтимал.
Бындай ваҡыттарҙа хеҙмәткәр түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтергә хоҡуҡлы. Әйтәйек, тәүге осраҡта уның 182н белешмәһен килтереүе мотлаҡ, юғиһә ойошма пособиены минималь эш хаҡынан сығып билдәләй.
«Мин белмәнем, ә бухгалтер әйтмәне», – ти түләүҙәрен тейешленән кәмерәк алған бәғзе берәүҙәр.
Ҡайһы саҡта үҙеңә әҙерәк бухгалтер булырға кәрәк шул! Миҫал итеп декрет аҡсаһы нисек түләнеүен ҡарайыҡ әле. Был пособие түбәндәгесә иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыһына тиклемге ике йыллыҡ уртаса хеҙмәт хаҡы 730 йәки 731 көнгә (алдағы йылдың береһе кәбисә йыл икән) бүленә. Әгәр ул больничныйҙа йәки баланы өс йәшкә тиклем ҡарау буйынса отпускыла булһа, 730-ҙан (731-ҙән) был көндәр алып ташлана. Шул рәүешле билдәләнгән уртаса көнлөк эш хаҡы бюллетендә күрһәтелгән хеҙмәткә һәләтһеҙлек көндәре һанына ҡабатлана. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса бюллетень, был осор ҡәҙимгесә үтһә, 140 көн булырға тейеш. Әсә бәпесен ауыр итеп, өҙлөгөүҙәр менән тапһа, ул – 156 көнгә, ә бер юлы бер нисә сабыйы тыуа икән, 192 көнгә бирелә.
Пособие ғариза һәм хеҙмәткә һәләтһеҙлек бите (бюллетень) нигеҙендә түләнә. Уның ҡағыҙ йәки электрон төрөн тапшырырға мөмкин. Түләүҙәр алдағы ике йылдан сығып иҫәпләнә. Ләкин, мәҫәлән, әсә ошо ике йылда йөклөлөк һәм бала табыу, сабыйҙы өс йәшкә тиклем ҡарау буйынса отпускыла булған икән, ғариза яҙып, ике йәки бер йылын унан алдағы йылдарға алмаштыра ала. Шулай итеү йыш ҡына пособие күләмен арттыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡатын-ҡыҙҙар йылдарҙы алмаштырыу хоҡуғы хаҡында белмәй, ә бухгалтерҙар ул мөмкинлек хаҡында хәбәр итеп бармай. Үрҙә әйтеүебеҙсә, закон пособиены яңынан иҫәпләү мөмкинлеген биргән бер нисә осраҡты күҙҙә тота. Ләкин әле тасуирланған хәлдәр уларға ҡарамай. Шуға күрә, хеҙмәткәрҙең алда декретта булыуын иҫәптә тотоп, пособие тәғәйенләгәндә эш биреүсе уның йылдарҙы алмаштырыу хоҡуғы хаҡында әйтергә тейеш.
Ауырып, больничныйға сыҡҡан саҡта ла, балаға йәш ярым тулғансы түләнеүсе пособиены иҫәпләгәндә лә, әгәр отошло икән, йылдарҙы шул рәүешле алмаштырырға мөмкин.
Яҙма аҙағында, һығымта яһап: «Әхирәтем менән икебеҙҙең хеҙмәт хаҡы бер тигеҙ, ә мин декрет аҡсаһын унан күпкә әҙерәк алдым», – тип мөрәжәғәт итеүсегә яуап бирмәксебеҙ. Уның декрет аҡсаһы түбәндәге сәбәптәр буйынса кәмерәк булыуы ихтимал:
1) бәлки, ул эшкә яңы урынлашҡандыр һәм алдағы йылдарҙа хеҙмәт хаҡы булмағандыр йәки бер йылда ғына эш хаҡы алғандыр;
2) бында эшкә яңы урынлашҡан, ә ошоғаса эшләгән ойошмаһында хеҙмәт хаҡы һиҙелерлек түбән булғандыр;
3) был ойошмаға элекке эш урынынан хеҙмәт хаҡы тураһында 182н белешмәһен килтермәгәндер;
4) алдағы йылдарҙа бала ҡарау буйынса отпускыла булып, йылдарҙы алмаштырыу хаҡында ғариза яҙмағандыр.
Күреүегеҙсә, сәбәптәр күп төрлө, барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Кеҫәгеҙгә күпме аҡса инергә тейеш­леген РФ Социаль страховкалау фонды сайтында пособиелар калькуляторы ярҙамында үҙегеҙ иҫәпләп ҡарай алаһығыҙ. Һәм шулай уҡ, икеләнеүҙәр тыуһа, Социаль страховкалау фондының пособиеларҙы иҫәпләү буйынса ҡыҙыу линия телефонына 8 (347) 279-02-27 шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: