-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
9 Июль 2019, 17:33

Замана мөғжизәһе йәки Нисек бәпес һөйөү бәхетен татырға

Һуңғы осорҙа Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла демография мәсьәләһе киҫкен төҫ ала барыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә былтыр сабыйҙар 2017 йыл менән сағыштырғанда 5,4 процентҡа аҙыраҡ тыуһа, Башҡортостанда был һан 4,6 процент тәшкил иткән, йәғни донъяға килеүсе бәпестәр һаны өсөнсө йыл менән сағыштырғанда 2266-ға аҙыраҡ булған. Әлбиттә, өйләнешкән парҙарҙың күп айырылышыуы ла быға кире йоғонто яһай. Әйтәйек, 2017 йылда республикала 1000 парҙың 558-е айырылған. Ләкин тыуым кәмеүҙең башҡа сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, ғаиләләге түлһеҙлек – шуларҙың береһе.

Бала йәнле халҡыбыҙ түлһеҙлекте ҙур ҡайғы тип һанап, әйтемдәрҙә лә сағыл­дыра: «Балаһыҙ өй – маҙар», «Балаһыҙ ғүмер – һүнгән күмер», «Сабыйһыҙ өй – тәҙрәһеҙ өй»...
Элек бәпес булмауҙа һәр ваҡыт тиерлек ҡатын-ҡыҙҙы ғәйепләһәләр, хәҙерге медицина бының төптө яңылыш фекер икәнен дәлилләй. Түлһеҙлектең ҡатнаш төрө бигерәк тә йыш осрай, йәғни күп ғаиләләрҙә сәбәп ир-атта ла, ҡатын-ҡыҙҙа ла бар. Башҡа парҙарҙың яртыһында көслө зат түлһеҙлеге асыҡланһа, яртыһында гүзәл заттыҡы билдәләнә.
Түлһеҙлекте дауалау дәүләт алып барған демография сәйәсәтенең бер өлөшө булып тора. Һәм был сирҙән Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды сиктәрендә Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы дауаланырға мөмкин. Экстракорпораль аталандырыу (ЭКА), түл биҙенә көслө сперматозоидты махсус микроскопик ҡорамалдар ярҙамында индереү (ИКСИ) – ҡатын-ҡыҙға, йөклөлөк осорон тәбиғи юл менән үткәреп, бәпес табыу мөмкинлеген биреүсе процедураларҙы ла шул программа буйынса түләүһеҙ алырға була.
Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарында ошо ысулдар буйынса донъяға килгән меңдәрсә сабый үҫә. Республикабыҙҙа был алымдарҙың һөҙөмтәлелеге бик юғары. Мотлаҡ медицина страховкалауының төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашҡан «Республика медицина-генетика үҙәге», «Ғаилә», «Әсә һәм бала» йәмғиәттәре, «Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат» клиникалар селтәре был процедураларҙы квоталар буйынса бушлай үткәрә, улар иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан репродуктологтарының был тәңгәлдә ҙур тәжрибә туплауын билдә­ләргә теләйем. Юғары технологиялы медицина ярҙамы тип һаналған ошо процедураларға квота йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, 2016 йылда улар һаны 800 булһа, 2019 йылда 2025-кә еткән.
«Түлһеҙлек» диагнозы, ҡағиҙә булараҡ, контрацептивтар ҡулланма­йынса даими енси тормош менән йәшәүсе пар көтөп алынған йөклөлөккә бер йыл дауамында өлгәшмәгән осраҡта ҡуйыла. Ә 35 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙға, әгәр ярты йылда буйға уҙа алмаһа, артабан ваҡытты һуҙырға түгел, табипҡа кисекмәҫтән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки олоғая барған һайын, проце­дураларҙың һөҙөмтәлелеге түбәнәйә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был ысулдар атай-әсәй булырға ярҙам итеүсе берҙән-бер юл икәнен дә оноторға ярамай.
Бушлай ЭКА/ИКСИ ярҙамында бәпес табырға теләгән парҙарға ни эшләргә?
Түлһеҙлек сәбәптәрен асыҡлау өсөн ир менән ҡатынға, ҙур сабырлыҡ туплап, тәрән тикшеренеүҙәр үтергә кәрәк. ЭКА/ИКСИ уҙғарыуға мохтажлыҡ уларҙан сығып билдәләнә.
  • Артабан был процедураларға квотаға сиратҡа яҙылыр өсөн табип-репродуктологтан йүнәлтмә алыу мотлаҡ.
  • Йүнәлтмә һәм бөтә медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының махсус комиссияһына килергә кәрәк. Ғаризаға шулай уҡ паспорт, ММС полисы һәм СНИЛС күсермәләре беркетелә.
  • Министрлыҡ сайтында «Башҡортостан Республикаһының балаһыҙ парҙары реестры» тигән файл буйынса үҙеңдең сиратыңды күҙәтеп торорға мөмкин.

    Светлана МИНҺАЖЕВА,

    Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы

    төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты.

    Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
    Читайте нас: