-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
8 Июль 2019, 19:20

Балалы ғаиләгә – ярҙамдың ҙурыһы

Бөгөн илебеҙҙә матур байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Шул уңайҙан бала үҫтереүсе ғаиләләр өсөн Рәсәйҙә ун йылдан ашыу мөһим дәүләт ярҙамы ғәмәлдә булыуын – әсәлек (ғаилә) капиталы бирелеүен әйтеп үтергә теләйбеҙ. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, республикабыҙҙа 310 мең ғаилә әсәлек капиталы сертификатын алған. Башҡортостан бирелгән сертификаттар һаны буйынса алда бара – был тәңгәлдә Рәсәйҙең тәүге биш төбәк бүлексәһенең береһе булып тора.

Әсәлек капиталын алған 254 мең ғаилә, йәғни 82 проценты уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сарыф иткән. 12 меңе балаларға белем биреүгә тотонған, 1, 5 меңе сабыйҙарының мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә алыуы өсөн түләүгә йүнәлткән.162 сертификат хужаһы уны әсәнең пенсияһының туплау өлөшөнә күсергән. Ә алты ғаилә инвалид балаларға социаль яраҡлашыу өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр алыуға файҙаланған. 210 мең ғаилә әсәлек капиталын тулыһынса тотонған.
2018 йылдан табыштары хеҙмәткә һәләтле кешеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 1, 5 тапҡырынан артмаған ғаиләләр әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр алырға хоҡуҡлы. Республикала йәшәү минимумы 9 552 һум икәнен хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ (уның бер ярым күләме – 14 328 һум була). Әсәлек капиталынан айлыҡ түләү 9 182 һум тәшкил итә. Был мөмкинлектән бөгөнгө көнгә 1347 ғаилә файҙаланған, тип хәбәр итә беҙгә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: