0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
31 Май 2019, 13:02

Ишлеләргә ярҙам

Республикабыҙ ишле ғаиләләр күп төбәктәрҙән һанала. Байтағының килемдәре ҙур түгел. Шуға күрә улар өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамының бер төрө – һалым льготалары, иш янына ҡуш булыр. Ләкин ҡайһы бер ата-әсәләр уларҙан файҙаланыу тәртибен белеп етмәй.

Һуңғы ваҡытта редакцияға һалым түләүҙәге нескәлектәрҙе аңлатыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының 2-се камераль тикшереүҙәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Оксана Алексеевна ХӘЙРУЛЛИНА ишле ғаиләләр өсөн милек, транспорт һалымы түләүҙәге ташламалар хаҡында һөйләй.
– Иң тәүҙә шуны билдәләү кәрәктер: республикабыҙҙа күп балалы тип өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе ғаиләләр таныла. Улар өсөн милек һалымы түләгәндә түбәндәге ташламалар ҡаралған:
– ғаиләнең милкендә, даими (ваҡыты сикләнмәгән) ҡулланыуында булған йәки ғүмерлеккә мираҫ итеп ҡалдырылған бер ер участкаһының 600 кв.метрының кадастр хаҡы күләмендә;
– бер бала өсөн торлаҡ йорттоң йәки уның өлөшөнөң 7 кв. метрының кадастр хаҡы күләмендә, фатирҙың, уның өлөшөнөң һәм бүлмәләрҙең 5 кв. метрының кадастр хаҡы күләмендә ташлама. Әгәр ишле ғаиләнең йорто ла, фатиры ла бар икән, ташламалар икеһе буйынса ла бирелә.
Был льготалар 2018 йылдағы һалым осоронан башлап ғәмәлдә икәнен дә әйтеп үтеү мөһим.
Һалым органдарында күп балалы ҡайһы бер ғаиләләр тураһында тулы мәғлүмәт (мәҫәлән, балалар һаны тураһында) булмауы ла мөмкин. Уларға, льгота биреүҙе һорап, 2018 йыл өсөн һалым ҡағыҙҙары әҙерләнгәнсе ғариза яҙыу мотлаҡ. Республикала ул ҡағыҙҙарҙы таратыу 2019 йылдың сентябренә планлаштырылған. Ғаризаны теләһә ҡайһы һалым органына йәки күп функциялы үҙәктәрҙең береһенә килтерергә, йә булмаһа почта йәки Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетығыҙ аша ебәрергә мөмкин. Ғаризаға балаларҙың тыуыу хаҡында таныҡлыҡтарының, ата-әсәнең паспортының күсермәләрен беркетеү зарур.
Ишле ғаилә булараҡ, ошоға тиклем милек һалымына ташламаларҙан файҙаланыусыларға ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр 2019 йылдан транспорт һалымы буйынса льготаға ла эйә. Ул шулай уҡ 2018 йылдағы һалым осоронан башлап ғәмәлдә. Бер ата-әсә (йәки уллыҡҡа алыусы) йәиһә опекун (попечитель) двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобиль, шулай уҡ двигателенең ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклемге автобус өсөн транспорт һалымынан азат ителергә мөмкин. Әгәр ғаиләнең транспорты икәү икән, льгота уларҙың береһе өсөн генә бирелә, ҡайһыһы буйынса икәнен үҙҙәре һайлай. Льготаны алыу өсөн ғариза яҙып, үрҙә атап үтелгән документтарҙы килтерергә кәрәк.
Читайте нас: