-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
17 Декабрь 2018, 18:41

Аҡса һине яратһын тиһәң...

Бәхет аҡсала түгел, тиһәләр ҙә, һәр көнөбөҙ уға тығыҙ бәйләнгәнлектән, һис кенә лә ябай ҡағыҙ йә металл итеп ҡарай алмайбыҙ. Улай әйләнһәң дә, былай боролһаң да хәлдәр шул ҡағыҙға бара ла төртөлә. Шуныһы: нисек кенә һаҡлыҡ менән тотонорға тырышһаң да, күҙ ҡараһылай көтөп алған эш хаҡың күҙ асып йомған арала юҡҡа сығып,көшөлөк бушай ҙа ҡуя... Шулай ҙа, аҡсаңды оҙаҡҡа еткереүҙең, хатта бер аҙ арттырыуҙың күҙгә күренмәгән ысулдары ла бар икән. Был мистика ла, эзотерика, тылсымлы әйберҙәр ҙә түгел, ә борон-борондан билдәле, әле һаман ҡулланыла килгән ырымдар, йолалар. Ниндәй ырымдар халыҡ араһында киң ҡулланыла икән?

Аҡсаңды эш хаҡы алған көндө үк туҙҙырма


Был - тәүге һәм иң мөһим ҡағиҙәлер, моғайын. Эш хаҡы алғас, аҡсаңдың бер тинен дә тәләфләмәй өйгә алып ҡайт. “Яңы” аҡса мотлаҡ бер төн хужаһы янында ҡунырға тейеш. Икенсе көндө инде тотонорға ла ярай. Бында ла үҙ ҡағиҙәһе бар: иң тәүге алған әйберең ҡиммәтерәк хаҡҡа булһын. Осһоҙло нәмәләргә тотонһаң, артабан аҡсаң ваҡ-төйәккә китеп торасаҡ икән.
Эш хаҡы алғаныңды белгән таныш-белештәрең һинән үтескә һорарға мөмкин. Баш тартып булмай, әлбиттә. Ләкин шуға иғтибар итегеҙ: аҡса һине ташлап китмәһен тиһәң, “түңәрәк” сумма бирергә ярамай. Әйтәйек, мең һум урынына мең дә бер һум итеп биреү зарур. Йәнә шуны иҫтә тотоғоҙ: әйбер һатып алһағыҙ ҙа, кешегә биреп торһағыҙ ҙа, аҡсаны ҡулға бирергә ярамай. Өҫтәлгә, ә иң һәйбәте иҙәнгә һалығыҙ, ҡайтарып бирелгән аҡсаны, киреһенсә, ҡулдан алырға тырышығыҙ. Бурысҡа риза булып бирегеҙ, аҙағынан уйланып, үкенеп йөрөү яҡшы түгел.



Көшөлөгөңдә тәртипме?


Көшөлөктө күптәр аҡса йөрөтөү һауыты тип һанай. Баҡ тиһәң, уның функцияһы аҡсаны үҙенә йәлеп итеү, тартып тороу икән. Шуға ла һатып алған саҡта уҡ бик иғтибарлы булырға кәрәк. Осһоҙло көшөлөк – ярлылыҡ билдәһе. Эре аҡсалар унда үҙҙәрен уңайһыҙ тоясаҡ, шуға ла яңы, бөхтә, матур көшөлөк эҙләйәсәк икән. Шулай уҡ полиэтилен материал да сифатһыҙ булыуы менән эре аҡсаларҙы өркөтөп тора. Күн, замш йә сепрәктән тегелгәненә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡағыҙ аҡсалар көшөлөктә хужаһына уң яғы менән, улай ғына ла түгел, кәмеү тәртибендә ятырға тейеш. Көшөлөктө асыуға эре аҡса кәйефеңде генә күтәреп ҡалмай, һиндә уңышлы булыу, бөтөнлөк тойғоһо уята.




Аҡса талсымы


Аҡса талсымын табыуы еңел генә түгел. Күп ваҡыт ул аҡсаны йәлеп итеп кенә ҡалмай, күҙ тейеүҙән, насар һүҙҙәрҙән дә һаҡлай тора икән. Бөтә ғәләмәте - был талсымдың көсөнә ышаныу. Ул төрлө һындар, аквариум, “аҡса” ағасы кеүек берәй әйбер йә аҡса булырға мөмкин. Ғәҙәттә аҡсалағы ике һан көшөлөк хужаһының тыуған көнөнә тура килһә, яҡшы тип һанала. Әгәр өс йә дүрт һаны тура килһә, тағы ла һәйбәтерәк. Ундай аҡсаны табыуы еңел түгел, әммә, тап итһәгеҙ, мотлаҡ көшөлөгөгөҙгә ҡәҙерләп һалып ҡуйығыҙ. Сит ҡулдарға бирергә ярамай, хатта туғандарға, дуҫтарға ла. Һәр ваҡыт янығыҙҙа тоторға тырышығыҙ.



Аҡсаның тартыу көсө


Аҡса йәлеп итер өсөн кешеләр төрлө ырымдар ҙа ҡуллана. Мәҫәлән, аҡса һуҡмағы төҙөргә мөмкин. Уны төҙөүҙе айҙың беренсе көнөнән башлар кәрәк. Матур берәй һауытҡа йә көшөлөккә бере көндө – бер, икеһендә – ике, өсөндә өс һум һалып, ай аҙағынаса шулай дауам итәһең. Ҡәтғи ҡағиҙә: аҡса һуҡмағы тураһында онотмаҫҡа, көн һайын билдәле сумманы (күп тә түгел, әҙ ҙә түгел!) һалып барырға.
Финансты үҙеңә йәлеп итеүгә йәнә бер ырым: банкка юл төшкәндә ҡапсыҡҡа йә кеҫәгә ярма һалып алыырға кәрәк. Ҡайтып еткәнсе ярманы нәҙек кенә итеп юлға ҡойоп бараһың. Аҡса һуҡмағы банктың ишегенән өйөңдөң ишегенәсә һуҙылырға тейеш.


Әлбиттә, быларҙың барыһы ла ни бары юрауҙар, ырымдар, ғөрөф-ғәҙәттәр генә. Ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙенән тора. Кемдер ҡайҙа нимә ишетә, барыһын да теүәл үтәргә тырыша. Бәғзеләр “Ырымдарға ғына ышанып, байып китмәһәң ярар ине”, тигән ҡарашта. Ҡыҙыҡ, күн, яңы көшөлөктәре эре аҡса менән тулы, өйҙәре ялтлап торған, бер бөртөк сүп төшөрмәгән кешеләрҙең өйөндә аҡса гөлө мотлаҡ үҫәме, һеперткеләре өҫкә ҡарап торамы, хужабикә иҙәнен ишектән түргә ҡарай һеперәме, мөйөш һайын тәңкәләр ятамы икән? Ундайҙар, бәлки, шуға ла етеш, мул тормошта йәшәйҙер?..


  • Аҡса энергияһы йоҡһон өсөн, ваҡытты бай, аҡсалы кешеләр менән үткәрергә тырышығыҙ.
  • Ҡиммәтле бутиктар һәм ресторандарға йөрөгөҙ. Һатып алмаһағыҙ ҙа, үҙегеҙгә оҡшаған кейемде кейеп ҡарарға, йә кофе булһа ла эсеп сығырға кәрәк.
  • Өй эсендәге ҡулланылмаған әйберҙәрегеҙҙән ҡотолоғоҙ.
  • Һыу, йылға, диңгеҙ төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйгә элеү ҙә уңышлылыҡтың бер билдәһе.
  • Донъяға оптимистик ҡарашта булығыҙ, сөнки аҡса бәхетле, шат күңелле кешегә генә тартыла.
  • Санүҙәктең төҙөк булыуы мотлаҡ. Крандан тамып торған һыу байлыҡты ағыҙып алып китә.
  • Яңы йыл алдынан бурысҡа аҡса бирмәгеҙ.
  • Яңы йыл төнөндә 7 һанын мөмкин тиклем күберәк ҡулланығыҙ: 7 төрлө аш-һыу әҙерләгеҙ, ултырғыс аҫтына 7 тәңкә һалығыҙ, 7 ҡунаҡ саҡырығыҙ.
  • Куранттар һуҡҡан ваҡытта усығыҙға тәңкә ҡыҫып тотоғоҙ, һуңынан бокалығыҙға һалып, эсеп ҡуйығыҙ, аҡсаһын аҙаҡ биҙәүес итеп ҡулланырға мөмкин.
  • Яңы йыл төнө һауыт-һаба йыумағыҙ. Был эште иртәгәһе көнгә ҡалдырһағыҙ, хәйерлерәк булыр.
  • Яңы йылдың беренсе таңында ҡулығыҙҙы аҡса менән ышҡығыҙ һәм шул аҡса көсө һеңгән усығыҙға һыу алып, битегеҙҙе йыуығыҙ.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: