Күптәр торлаҡ һатып алғанда юллана торған һалым ҡайтармаһын алып кинәнә. Ә бына һалым түләүсе һәр кешенең социаль ҡайтармаға хоҡуҡлы икәнен беләһегеҙме? Был төр ҡайтарма кемдәргә, нимә өсөн тейеш, уны нисек юлларға? Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 3-сө камераль тикшереүҙәр бүлеге етәксеһе Аделина КУЗЬМИНА менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
– Социаль ҡайтарма тигәндә беҙ йыл дауамында дауаланыуға түккән аҡсаның 13 процентын ҡайтарыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Ҡайтарманы үҙең генә түгел, тормош иптәшең, ата-әсәң һәм 18 йәшкә тиклемге балаларың дауаланған өсөн дә алырға мөмкин. Был аҡсаны ҡайтарыу хоҡуғы өс йыл дауамында һаҡлана.
– Һалым ҡайтармаһын ниндәй түләүле медицина хеҙмәттәре өсөн алырға мөмкин?
– Был төр ҡайтарманы тиҙ медицина ярҙамы, поликлиникала медицина хеҙмәтләндереүе (шул иҫәптән медицина экспертизаһы үтеү, көндөҙгө стационарҙа дауаланыу), тәүлек әйләнәһенә дауаханала ятыу, һаулығығыҙҙы шифахана-курорттарҙа нығытҡан өсөн юллай алаһығыҙ. Шифахана-курорттарҙа дауаланыу хаҡынан һалым ҡайтармаһын хәстәрләгәндә путевканың йәшәү, ашау, күңел асыу өсөн билдәләнгән сығымдары иҫәпләнмәй.
Шулай уҡ ҡайтарманы дарыуханала һатып алынған дарыуҙар өсөн дә юлларға ярай. Ләкин был эш бер ни тиклем ҡатмарлы: ҡайтарма алыу мөмкин булған дарыуҙар исемлеге сикле. Әйткәндәй, улар бик ҡиммәт тә түгел. Был препараттарҙы мотлаҡ табип рецебы буйынса алырға кәрәк.
– Социаль ҡайтарманы юллағанда нимәне иҫтә тоторға?
– Беренсенән, ул дауаланыуға киткән бөтә аҡсағыҙҙан түгел, ә иң күбе 120 мең һумдан иҫәпләнә, йәғни иң ҙур ҡайтарма 15 600 һум тәшкил итәсәк. Икенсенән, йыл буйына үҙегеҙ индергән һалымдан артығын ҡайтарып булмаясаҡ.
– Ләкин дауаланыу ныҡ ҡиммәтле булған айырым осраҡтар ҙа бар бит.
– Ундай осраҡтарҙа беренсе сикләү ҡағылмай. Реплантациялау (организмдың айырылған өлөшөн хирургия алымы менән яңынан урынына ҡуйыу), протездарҙы, металл конструкцияларҙы, кардиостимуляторҙарҙы, электродтарҙы һ.б. имплантациялау кеүек хеҙмәттәр күрһәткәндә, медицина ойошмаһында кәрәкле материалдар булмаған осраҡта, һалым түләүсе ҡиммәтле материалдар хаҡын үҙе түләй икән, ҡиммәтле дауаланыу төрҙәре буйынса социаль һалым ҡайтармаһын юллаған саҡта былар иҫәпкә алына. Ошо медицина материалдарын файҙаланып башҡарылған хеҙмәттәр бушлай күрһәтелгәнме, түләүле шарттарҙамы – мөһим түгел.
Шулай итеп, ҡулланылған медицина материалдары сығымдары буйынса һалым ҡайтармаһын алыу өсөн түбәндәге документтар хәстәрләргә кәрәк: ҡиммәтле дауаланыу төрөн билдәләүсе 2 кодын күрһәтеп, медицина хеҙмәттәренә түләү хаҡында белешмә (ҡиммәтле дауаланыуҙы бушлай алһағыҙ, медицина хеҙмәттәренә түләү хаҡындағы белешмәлә «күрһәтелгән хеҙмәттәр хаҡы 0 һум күләмендә» тип яҙыла); дауалаусы табиптың тейешле медицина материалдарын тәғәйенләүе һәм дауалау барышында уларҙың файҙаланылыуы хаҡында медицина ойошмаһынан ирекле формалағы белешмә йәки эпикриз; күрһәтелгән медицина материалдарын һатып алыу тураһында түләү документтары күсермәләре.
– Былар – дауаланыу ҡиммәткә төшкәндә кәрәкле ҡағыҙҙар. Ә ҡәҙимге осраҡта социаль ҡайтарманы алыу өсөн ниндәй документтар алып килергә?
– Клиника менән килешеү һәм уның күсермәһе, клиниканың медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензияһы күсермәһе, хеҙмәттәргә түләү хаҡында һалым органдары өсөн белешмә, шулай уҡ дауаланыуҙы раҫлаусы түләү документтары (чек, квитанция) талап ителә. Дарыуҙар алған өсөн ҡайтарма юлларға теләүселәр 107-1/у формаһы буйынса «Һалым органдары өсөн» тигән махсус штамплы рецепт, түләү документтары әҙерләһен. Бынан тыш, 2-НДФЛ белешмәһе, 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһы, ғариза һәм паспортығыҙҙың тәүге биттәре күсермәһе мотлаҡ. Ҡайтарманы ғаилә ағзалары өсөн алһағыҙ, туғанлыҡ кимәлен раҫлаусы документтар күсермәһе кәрәк булыр. Документтарҙы йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияһына йәки Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша тапшырырға мөмкин.