-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә янсығы
4 Июнь 2018, 14:10

Ишле ғаиләгә – ишле ярҙам

Бала яратҡан халҡыбыҙҙа элек-электән ишле ғаилә ил күрке, дәүләт ҡеүәте һәм иң ҙур байлыҡ һаналған. Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Күмәк бала үҫтереүселәргә дәүләтебеҙҙең дә ярҙамы мул. Тик ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә нимә тейешлеген белеп бөтмәй. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлеге етәксеһе Анжелика Константиновна СЕНЬКОВА ҙур ғаиләнең көнитмешен еңеләйтерлек ярҙам төрҙәрен барлай.

Бала яратҡан халҡыбыҙҙа элек-электән ишле ғаилә ил күрке, дәүләт ҡеүәте һәм иң ҙур байлыҡ һаналған. Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Күмәк бала үҫтереүселәргә дәүләтебеҙҙең дә ярҙамы мул. Тик ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә нимә тейешлеген белеп бөтмәй. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлеге етәксеһе Анжелика Константиновна СЕНЬКОВА ҙур ғаиләнең көнитмешен еңеләйтерлек ярҙам төрҙәрен барлай.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: күп балалы тип өс һәм унан күберәк (шул иҫәптән уллыҡҡа, тәрбиәгә алынған) бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе ғаилә иҫәпләнә.
Һаулыҡ һаҡлау һәм балаларҙың ялын ойоштороу тәңгәлендә уларға түбәндәге дәүләт яҡлауы саралары ҡаралған:

*медицина күрһәтмәләре булғанда 18 йәшкә тиклемге балаларҙы законға ярашлы протез-ортопедия әйберҙәре менән тәьмин итеү;

*6 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү;

*медицина күрһәтмәләре булғанда 18 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалау һәм шифахана тибындағы ойошмаларҙа, һауыҡтырыу лагерҙарында һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаларында беренсе сиратта урындар менән тәьмин итеү;

*Башҡортостан сиктәрендә балаларҙың ялын, уларҙы һауыҡтырыуҙы беренсе сиратта ойоштороу, ял-һауыҡтырыу еренә бушлай барып ҡайтыуҙарын тәьмин итеү.


Мәғариф өлкәһендә лә ишле ғаиләләр өсөн билдәләнгән ярҙам бихисап:

*сабыйҙарҙы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына сираттан тыш алыу;

*мәктәптәрҙә һәм һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙы уҡыу программаларында ҡаралған федераль исемлектәге дәреслектәр, әсбаптар менән беренсе сиратта тәьмин итеү;

*ике йылға бер тапҡыр аҙ килемле ишле ғаиләләрҙәге уҡыусыларҙың мәктәп формаһы хаҡын ҡаплау;

*килеме аҙ ишле ғаиләләрҙең дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, шулай уҡ дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусы балаларын улар уҡып бөткәнсе (ләкин иң күбе – 23 йәш тулғансы) бушлай ашатыу;


Беҙҙең министрлыҡ аша күрһәтелгән дәүләт яҡлау сараларын һанап үтәм.

*Республикабыҙҙа әсәлек хеҙмәте маҡтаулы. Мәҫәлән, 1998 йылда илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла башланы. Был дәрәжәле бүләккә биш һәм унан күберәк сабыйға ғүмер биреүсе (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыусы), уларҙы үҫтереүсе әсәләр лайыҡ.

*18 йәшкә тиклемге туғыҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә элек ГАЗель микроавтобусы бүләк ителһә, хәҙер 600 мең һум аҡса бирелә.

*Йән башына уртаса табыштары бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаған ишле ғаиләләрҙә 2018 йылда тыуған өсөнсө, унан һуңғы сабыйға өс йәшкәсә 8 993 һум күләмендә пособие түләнә.

*Аҙ килемле дүрт балалы ғаиләләргә – 1 500 һум, биш һәм унан күберәк балалыларына 2000 һум күләмендә айлыҡ пособие тейеш.

*Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала бағыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ай һайын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр сығымдары өсөн аҡсалата компенсация бирелә. Уның күләме коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарттарына ҡарата процентлата нисбәттә билдәләнә. Дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә был компенсация ҙурыраҡ.

*Табышы бәләкәй ишле ғаиләлә тәрбиәләнеүсе өсөнсө һәм артабанғы бәпестәр өсөн йәш ярымдан өс йәшкә тиклем ай һайын 3000 һум түләнә.

*Республикала ҙур ғаиләнең әүҙем эшмәкәрлеге лә хуплана. Аҙ килемле күп балалы ғаилә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙамға хоҡуҡлы. Үҙ эшеңде асыу өсөн – 100 мең һумғаса, шәхси хужалыҡ алып барыуға – 50 мең һумға ҡәҙәр, эшкә урынлашыу маҡсатында артабан берәй һөнәргә уҡыу өсөн 15 мең һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә теләйем. Торлаҡҡа мохтаж тип танылған, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы бирелә. Биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаилә торлаҡҡа сиратта тора икән, торлаҡ алыу өсөн сертификатҡа хоҡуҡлы. Тәүге ярҙам төрө БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы аша күрһәтелһә, икенсеһе – Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты аша. Ишле ғаиләләр үҙҙәренә тәғәйен ярҙамды юллап, мәнфәғәтен күрһен, тип саҡырам.
Читайте нас: