-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
4 Февраль , 17:20

Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа

«Минең хаҡта нимә яҙырға мөмкин инде, үҙем дә, тормошом да ябай ғына», – тип тартынып ҡына һүҙ башланы Гөлсирә апай. Уның ошо үҙебеҙсә ябайлығы, ихласлығы араларға йәйғор күперен һуҙҙы ла күңелде арбаны. Баштан таныштырып китәйек, беҙҙең бөгөнгө героиня – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолованың әсәһе. Халҡыбыҙға шундай шәхес тәрбиәләп үҫтергән Гөлсирә ханымдың яҙмышы еңелдән булмаған: уның тормош бураҙнаһына шатлыҡ-һағыштар ҙа, бәхет-ҡайғылар ҙа берҙәй өйөлөп һалынған, мәңге уңалмаҫ яралар ҙа йөрәгендә үҙ эҙен ҡалдырған. Тик булмышында ҡояш йөрөткән әсә йәнендә наҙ һәм һөйөүгә, яҡтылыҡ һәм йылылыҡҡа һәр саҡ урын бар.

Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа
Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа

Ҡанатлы хыял артынан

Гөлсирә апай – сығышы менән Учалы районы Байрамғол ауылынан. «Әсәйем, һин, ҡыҙым, сейә бешкән мәлдә донъяға килдең, август урманында тәбиғәткә һоҡланып, сейә йыйып ҡына ҡайтҡайным, тиер ине. Һуғыш михнәттәрен кисергән ҡәҙерлем беҙҙе, өс балаһын,  яңғыҙы, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе, үҙе төрлө эштәрҙә йөрөнө: колхозда ла, ырҙында ла тир түкте, күрәнен дә ҡырҡты. Күңелемдә булған бар яҡтылыҡ, сабырлыҡ – әсәйемдән», – ти ул, алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләренә бирелеп. 

Уҡыуға отҡор, зирәк ҡыҙ булып буй еткерә Гөлсирә апай, мәктәпкә ашҡынып бара, ауылда иң абруйлыларҙан һаналған мөғәллимдәргә һәр саҡ һоҡланып, яратып баға ул. Үҙенең яҡты хыялы ла – уҡытыусы булыу. Бигерәк тә математика фәнен үҙ итә. Заманында гөрләп торған, ун ауылды үҙ эсенә алған данлыҡлы «Байрамғол» совхозының  7-се ферма мөдире, күрше Зәйнулла ағай: «Туғаным, һине бухгалтерҙар курсына ебәрәбеҙ, стипендия ла түләрбеҙ, эшкә лә тура үҙебеҙгә ҡайтырһың», – ти. Тик йәш күңел ҡанатлы хыялынан баш тартмай һәм 8-сене тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. «Әлбиттә, бухгалтерҙар курсына барһам, еңелерәк тә булыр ине, ә училищела стипендия алыр өсөн ныҡ тырышып уҡырға тура килде. Ауыл мәктәбендә башҡортса ғына белем алғас, русса өйрәнеп китеүе ауырға төштө, дәрестәрҙе аңлап ултыраһың, тик таҡта янына баҫһаң, һөйләп булмай ҙа ҡуя. Бер шулай илап, ташлап ҡайтам да китәм, тигәнемдә кадрҙар бүлегендә эшләүсе оло ғына апай: «Илама, һылыу, яйлап өйрәнерһең», – тип әүрәтеп алып ҡалды. Береһенән-береһе көслө уҡытыусылар белем һәм тәрбиә биргән, ныҡлы уҡытыу алымдарына, практикаға таянған данлыҡлы училище һәр ауыл балаһы өсөн, ысын мәғәнәһендә, тормош мәктәбе, тормош сынығыуы булды ул. Ғүмерлек төп белемде ошо уҡыу йортонда алдым, студент йылдарым – йәшлегемдең иң матур мәле», – ти Гөлсирә ханым.

Уҡыуҙы тамамлағас, дипломлы ҡыҙ тыуған мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Йәш саҡ – дәртле саҡ, ең һыҙғанып эшкә тотона, комсомол секретары ла, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә була. Күрше Зәйнәкәйҙә был эштәрҙе Лилиә Ғүмәрованың (бөгөнгө көндә Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе) әсәһе Люциә апай алып бара. Ике йәштәш ҡыҙ аралашып, бер-береһен дәртләндереп, ярышып эшләй.

 

Йәшлек булғас, әлбиттә, тәүге һөйөү хистәре лә була. Ауылға өләсәһенә каникулға килеп йөрөгән Златоуст ҡалаһы егете Ринат Гөлсирә апайға 8-се синыфтан уҡ ғишыҡ тота. Оҙайлы йылдар дуҫлашҡандан һуң, әрме сафынан ҡайтҡас, йәш йөрәктәр ҡауыша. Йәш ғаилә Байрамғолда 13 йыл йәшәй. Донъяларына ҡот өҫтәп, 1972 йылда – Эльвиралары, бер аҙҙан Рәшит менән Салауат тыуа. Шул арала Гөлсирә апай БДПИ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға инергә һәм уны уңышлы тамамларға ла өлгөрә.

 

 

 

Яҙмыш йөрөткән юлдар

Әҙәмде ейер ризығы әйҙәй, тиҙәр. Гөлсирә апай менән Ринат ағайҙың да «аҙығы» Ҡаҙағстан еренә «сәселгән» була. Ҡарағанда янында эшләгән, «БелАЗ» йөрөтөүсе ике туған еҙнәләренә дүрт ай эсендә яңы фатир бирәләр ҙә, ул йәш ғаиләне лә бында күсеп килергә «ҡоҙалай». Һөнәре буйынса юғары квалификациялы токарь булған Ринат Шәймәрҙән улын яңы урында ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Барлы тигән ерҙә йылдам үҫешкән металл эшкәртеү комбинатына урынлаша ул. Бер йылдан, фатир юллап, ғаиләһен дә алып килә. Тиҙҙән Ҡарағайлыға күсәләр, Гөлсирә апай мәктәптә уҡыта. 1987 йылда ҡояшлы илдә кинйәбикәләре Рина тыуа. Һигеҙ йыл ғүмер шулай  ҡаҙаҡ далаларында  йомғаҡтай тәгәрәп үтеп тә китә...

Яҙмыш ҡушҡас, Әхмәҙуллиндар ғаиләһенә Себер еленең әсеһен дә татырға тура килә. Тобольскиҙан алыҫ түгел «Кедровое» нефть һурҙырыу станцияһына килеп төпләнә улар. «Ер аяғы-ер башында өр-яңынан тормош ҡорҙоҡ та киттек. Һаҙлыҡта урынлашҡан  бәләкәй генә станцияға тик вертолет менән генә осоп барып етергә мөмкин ине, бында ни бары ике ҡатлы ете генә өй, башланғыс синыфтар ғына бар. Балаларыбыҙ көн һайын 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Болчар ауылына йөрөп уҡыны. Ауырлыҡтарға бирешмәнек тә, сит-ят ерҙә бер-беребеҙгә күңел йылыһын өләшеп, терәк-таяныс булып, матур йәшәнек», – тип һөйләй һөйкөмлө ханым.

Тик Себерҙең әсе еле, ажғыр бураны Гөлсирә апайҙың йөрәгенә лә һалҡын боҙло яраһын һалмай ҡалмай. 51 генә йәшендә, эш урынында йәрәхәтләнеп, утты-һыуҙы бергә кискән һөйөклө тормош иптәше Ринат Шәймәрҙән улы мәрхүм булып ҡуя. Был йәшәйештә шатлыҡ ҡына түгел, ҡайғы ла бергә өйөлөп килеүсән шул: бер йыл үтеүгә Гөлсирә апай улы Салауатты ла юғалта.

 

 

Ғүмер буйы уҡытыусы

Илле йыл ғүмерен мөғәллимлеккә арнаған, юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Гөлсирә Әхмәҙуллина балаларына ла юғары белем алыуҙы төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя. «Сөнки тормошта үҙ урыныңды табам, тиһәң, аяғыңда ныҡлы баҫып торорға кәрәк, ә бының өсөн мотлаҡ белем алыу зарур. Уҡыған кеше бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, «көслө берҙе йыҡһа, белемле меңде йығыр» ти халыҡ мәҡәле лә. Кемдер һине аҫрар тип ышанып, күктән көтөп ултырыу – оло хата. Үҙ көсөңә таянырға, үҙ аллы булыуға, хыялдарыңды тормошҡа ашырыуға бер ни етмәй. Әсәйем гел генә: «Иргә ышанма – Иҙелгә таянма», – ти торғайны, ысынлап та, донъяла бит ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмай. Эше барҙың – ашы ла бар. Ә иң мөһиме – уҡырға ингәндә баланың һәләтенә ярашлы уҡыу йортон, һөнәр һайлау мөһим», – ти уҡытыусы, алтын кәңәштәре менән бүлешеп.

Себер тарафтарында төрлө милләт балаларын уҡытырға тура килә Гөлсирә апайға. Талапсан, дөрөҫлөк яҡлы һәм мәрхәмәтле совет уҡытыусыларының береһе була ул. «Балаларҙы гел йәлләнем, насар билдә ҡуйырға ла, «икеле» сәпәргә лә ҡулым барманы, нөктә генә ҡуйып торам да, киләһе дәрестә тағы һорайым. Әлбиттә, уҡытыусы кешегә урыны менән ҡәтғилек тә талап ителә, сөнки йомшаҡлыҡ күрһәткән һайын балалар тыңламай. Уҡытыусы булыуҙың бер насар яғы ла бар, ул шул тиклем ҡанға, ғәҙәткә һеңеп китә: дәрестәге кеүек, китапты ас, ручка ал, яҙ, тигәндәй, ҡайҙа ғына барма, бөтә нәмәне әйтеп, төртөп, ҡабатлап, өйрәтке килеп кенә тора», – тип көлә мәғариф ветераны.

Аҡбирҙелә йәшәй башлағас, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле йәнә мәктәпкә саҡыралар Гөлсирә апайҙы. Ваҡытлыса ғына эшләргә ризалашһа ла, был белем усағына ла 13 йыл ғүмерен арнай ул.

– Ауыл уҡыусылары күпкә тәртипле, беҙҙең мөхит балалары – бигерәк тә. Әүәле бит уҡытыусы төп мәғлүмәт сығанағы булды, шуға уның абруйы ла көслө ине, бөгөн иһә замана балалары өсөн бар донъя – социаль селтәр, – ти тәжрибәле педагог.

 

Балалары – бәхет дағалары

Шуныһы хәҡиҡәт: күп осраҡта ҡыҙҙар әсәйгә яҡын була. Гөлсирә апай ҙа ғүмер баҡый Эльвира ҡыҙына бауыр баҫа.

– Ғаиләлә баш бала, апай булараҡ, ул бәләкәйҙән иңендә ҙур яуаплылыҡ тойоп үҫте. Уға һәр саҡ ышандым, сөнки гел ыңғай, тыңлаусан бала булды. Ҡустыларын үҫтереште, уҡыуҙарын, тәртиптәрен  контролдә тотто. Бәләкәсем Рина тыуып, ике ай тулғас та эшкә сыҡтым, беренсе сменала уҡытам. Эльвира төштән һуң уҡый, мин мәктәптән ҡайтҡансы имсәк баланы ул ҡарап тора.Үҙе килеп тороп уҡыуға шәп, Ҡаҙағстанда 1700 уҡыусы араһынан учком рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Ул 8-селә генә уҡый ине әле. Педсовет мәлендә ҡыҙым – президиумда, мин 56 уҡытыусы менән аҫта ултырам (көлә). Эльвирала ойоштороу һәләте бала сағынан көслө. Шул һыҙаты бөгөн инде уны хөкүмәт, дәүләт кимәлендә халыҡ мәнфәғәте өсөн ҙур һәм файҙалы эштәр башҡарыуға этәрә.

Үҙе бәләкәйҙән нескә генә күңелле булды ул. Әзәйен (өләсәһен) ныҡ яратты. Әсәйемә тип матур калуштар алып ҡуйғайным, тик бүләк итеп өлгөрә алманыҡ. Ҡәҙерлемдең үлеме хаҡында телеграмма алғас, Эльвирам шуларҙы ҡулына тотоп: «Инәй, хәҙер быларҙы кем кейә инде?!» – тип түгелеп иланы. Ауылдан киткәндә әзәйенә: «Бына һиңә һуңғы тапҡыр һөт килтерәм», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә лә йәнә түгелә... Хисле генә ҡыҙсығымды йәлләп мин илайым. Бына шулай, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла ғүмерем буйы ул – минең уң ҡулым, терәк-таянысым!

Ҡыҙ бала – ҡыҙ бала инде, уларға әсәлек инстинкты, донъя көтөү сымыры кескенәнән һалына. Һигеҙенсе синыфта яҡшы уҡығаны өсөн Эльвираны Санкт-Петербургҡа ебәрҙеләр, үҙенә оҡшаған берәй нәмә алһын тип аҡса ла бирҙек. Ул шул замандарҙа дефицит булған әйберҙәр: теш пастаһы, һабын, шампундәр алып ҡайтты. Күп балалы, ябай ғаиләлә үҫкәндәр аҡса ҡәҙерен белеүсән, һаҡсыл була ул. Ә иркен, мул ғаилә балалары, ғәҙәттә, иң беренсе үҙен уйлай, үҙенә ала. Ҡәҙерле Питер бүләктәрен хеҙмәттәштәрем менән дә бүлештем, – ти ул.

 

Өләсәйлек мәктәбе

Меңәрләгән уҡыусыларына  аң-белем таратып, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән, матурлыҡҡа, изгелеккә өндәгән 75 йәшлек мөғәллимә  бөгөн дә сафта. Хәҙер инде ул – балдан татлы бүләсәрҙәренең  иң яҡын, ҡәҙерле кешеһе. Ординатурала уҡыған ейәнсәре Диананың ҡыҙы Сафияны Гөлсирә апай ике айлыҡ сағынан ҡарашып-үҫтерешеп килә. Бөгөн Сафияһы Өфө ҡалаһының А.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһында беренсе синыфта уҡый. «Ура, өләсәйем килгән, өләсәйем менән йоҡлайым», – тип сут-сут килгән ҡошсоғон мәктәптән ҡыуанып ҡаршы ала бәхетле ҡартөләсәй. Дәресен әҙерләтә, тикшерә, шунан сәғәттәр буйы серләшә бүләсәр менән әзәй. Ҡолонсағын ҡосағына һыйындырып, тупылдатып һөйгәнендә, ҡуйынында иркәләтеп  йоҡлатҡанында,  әкиәттәр һөйләгәнендә, Гөлсирә апай эстән генә ғүмер йомғағының тап ошолай тәгәрәүенә мең риза!

 

Айзилә Мортаева

 

Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа
Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа
Ул шәхес үҫтергән. Әсәйҙең тыны – дауа
Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас