+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Светлана Насырова. Кем ул? Журналист? Риэлтор? Тамада?

Дүртенсе бала һәм тап ҡыҙ һөйгөм килгәйне. Ул ваҡытта инде балаларымдың атаһы менән бергә йәшәмәһәк тә, ошо хыялым хаҡына махсус барҙым. Беренсенән, балаларҙың бер атанан булыуы мөһим. Икенсенән, яңы мөнәсәбәттәр һәм ул темалағы башҡа ваҡ-төйәк минең холоҡҡа хас түгел. Шуға ла был аҙымым айыҡ аҡыл менән эшләнде. Ҡатын теләгәнде – Аллаһ теләй, ти бит. Бирҙе Хоҙай миңә Сәлимәкәйемде. Бәпәй тапҡас, ҡабат ҡайтырға уйлайҙыр, тигән фекерҙәр ҙә булды. Илдең ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай.

Светлана Насырова. Кем ул? Журналист? Риэлтор? Тамада?
Светлана Насырова. Кем ул? Журналист? Риэлтор? Тамада?

– Дүрт бала менән яңғыҙ әсә булыу үҙенсәлектәре, тиемме икән. Ошо хаҡта һөйләшәйекме?

– Иң беренсе һыҙыҡ өҫтөнә алам: айырылышыуҙы пропагандаламайым. Түҙерлек булған, килешә алған, балалар хаҡына тигән һәм яңғыҙлыҡ ауырлыҡтарын күтәрә алмағандар, әйҙә, йәшәһен. Ғаилә бөтөнлөгөн алға ҡуйып, уны хуплап өйрәнгәнбеҙ. Мин дә шул яҡлы. Тик әгәр ғаиләнең рухи сәләмәтлеген һәм тыныслыҡты өҫтөнөрәк күреп, айырылышырға хәл итәләр икән, ул да кешенең үҙ дөрөҫлөгө. Берәүгә лә кәңәш бирмәйем, аҡыл өйрәтмәйем. Һәр кем эске донъяһында, башында тәртип яһап, киләсәген һәм мөмкинлектәрен күҙаллап, үҙе хәл итһен.

– Әле бик уңышлы эшләгәнеңде күрәбеҙ. Балаларыңдың алдағыһын ҡайғыртып ҡалырға тырышаһыңдыр?

Бөгөнгө тапҡандарым – улар минең иртәгәмде, ҡартлығымды ҡайғыртыр «финанс яҫтыҡ». Һәм әле балаларымды үҫтерәһем дә бар бит әле. Хөкүмәт нимә бирер, ниндәй ярҙам булыр икән, тип ҡайғырып ултырырға теләмәйем. Һаулыҡ, дәрт һәм дарман барҙа эшләп ҡалам.

– Һин – ярай, көслөһөң, үҙең хәл итәһең. Ә балалар бит, бәләкәс булһалар ҙа, айырым шәхес. Уларҙың да күңеле бар. Ҡыҙым «атаһының күлдәген һаҡлап йөрөттө» тигәйнең.

– Бала атаһын яратырға тейеш һәм мин был тәңгәлдә ҡамасауламайым да. Киреһенсә, һәр ваҡыт балаларҙы аталарына үҙем алып барып йөрөнөм. Нимәлер аңлай башлағанға тиклем һаҡлана ул атайға мөхәббәт. Әгәр ул хистәр атайҙан да килһә, атай хәстәрләһә һәм иркәләһә – эйе. Ә атай битарафлыҡ күрһәтһә, был һөйөү яйлап ҡорой. Бала хистәре улар – һыу һибергә кәрәкле гөлдәр кеүек. Хатта бергә йәшәмәгәндә лә атаһының һөйөүен тоя ала бала, тик ул хис булһа әгәр. Бәләкәйҙәрҙең дә күңеле менән уйнарға ярамай, уларға ла тоғролоҡ, эскерһеҙлек менән яуап биреү зарур. Улар һуңынан ошо белгәндәрен ҙур тормошҡа алып сыға.

Светлана Насырова. Кем ул? Журналист? Риэлтор? Тамада?
Светлана Насырова. Кем ул? Журналист? Риэлтор? Тамада?
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас: