+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 14:38

Фольклориада-2021 – ул ни өсөн кәрәк?

Ни эшләп концерттарҙы кисектермәнеләр? Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар коронавирус менән сирләмәһен өсөн ни эшләргә кәрәк? 3 июлдән 10 июлгә тиклем Башҡортостанда бик сағыу байрам – Фольклориада-2021 үтә. Республикаға донъяның бер нисә тиҫтә иленән ҡунаҡтар килә. Тамашалар ҡайҙа буласаҡ, улар бушлаймы? Меңләгән кеше ҡайҙа йәшәйәсәк? Башҡортостан буйлап улар нисек, ниндәй транспортта йөрөйәсәк? Иң мөһиме – Фольклориада ваҡытында коронавирус ныҡлап таралмаһын өсөн нимәләр эшләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға эксперттар БСТ телеканалының тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәктәр. Һорауҙарҙы хәҙер үк түбәндәге адрес буйынса инеп яҙа алаһығыҙ: https://vk.com/wall-27097047_256631. Тура эфир 29 июндә киске сәғәт туғыҙынсы яртыла башлана. Уны ошо һылтанма аша ҡарағыҙ: https://vk.com/wall-27097047_256631

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: