...Һис арттырыу түгел: ҡарап туймаҫлыҡ матур була ул йәш сағында. Әйтерһең, ер һылыуы түгел, алиһә! Әкиәти гүзәллек өҫтөнә күркәм, яғымлы фиғел менән бүләкләй үҙен Хоҙай Тәғәлә, уңғанлығы менән дә һоҡландыра ул. Бар яҡлап та килгән гүзәл тауҙай бәхеттәргә күмелеп, оло уңыштарға өлгәшеп, һөйөп-һөйөлөп кенә ғүмер кисерер, тип юрай уны белгән-күргәндәр. Ә ҡыҙ, институтты бөткән йылда әсәһе сирләп киткәс, уны ҡарарға ауылға ҡайта ла ғүмерлеккә шунда тороп ҡала. Ымһындырыусы сикһеҙ ҙур донъянан, йыһандай киң хыялдарҙан баш тартып, шул мәлдә әсәһенә терәк булыуҙы өҫтөн ҡуя һәм бәләкәйҙән үтә таныш, ябай тормошҡа сума. Алдынғы тракторсыға кейәүгә сыға, үҙе кеүек иҫ китмәле сибәр ҡыҙҙар тәрбиәләй.
Һәм ни ғәжәп: йылдар үткәс, таң ҡалырлыҡ гүзәл, егәрле ҡыҙҙары ла уның яҙмышын ҡабатлай: әсәләре кәңәшен тотоп, тормош юлдаштарын зәңгәр офоҡтар артында эҙләмәйенсә, эргәлә таба һәм тыуған ауылдарында йәшәүҙәрен дауам итә. Ҡаршыла ғына йорт һалалар, бай донъя ҡоралар, кәртә тултырып, мал тоталар, тәртипле, матур балалар үҫтерәләр. Тормоштары айҙай түңәрәк, тиҙәр ундай ғаиләләр хаҡында.
Уларҙың йәнтөйәктәрен ҡәҙерләп, ҡотон арттырырға тырышыуҙары оло ихтирам уята, әлбиттә. Тик әсәйҙәре һыҙған һуҡмаҡтан атлаусы һылыуҙарҙың һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә, хаталары ла хас уныҡы һымаҡ булыуын да билдәләмәй булдыра алмайым. Ирҙәренең йыш ҡына һалмыш ҡайтыуы, быны иһә ғаиләнең ҡәҙимге итеп күреүе, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттән тамам йонсоғанда ултырып хәл алырға ваҡыт тапмауҙары – бөтәһе лә күнегелгән, ғәҙәткә әйләнгән. «Барыһы ла – кешенеке кеүек...» – тип ҡәнәғәтлек менән тормоштарына баһа биреп ҡуйыуҙары ла әсәләрен хәтерләтә. Тик ни эшләп был һүҙҙәр артында ҙур шатлыҡ тойолмай, һаман арбалғыс матурлыҡ һаҡланған йөҙҙәрҙә инде бәхет сатҡыһы һирпелмәй һәм йылдар үтеү менән наҙлы һыҙаттарҙы ҡәтғилек алмаштыра бара?
Сөнки әсәле-ҡыҙлы гүзәлдәр, был турала ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, тәбиғәт үҙҙәренә ифрат ҙур мөмкинлектәр һалыуын һәм был мөмкинлектәрҙең файҙаланылмай, хыялдарының баҫылып ҡалыуын белмәй түгел, белә. Нәҫелдән нәҫелгә күскән тылсымлы сибәрлек тә, аҫыл холоҡ та – ҡәҙерләнергә тейеш хазина түгелме һуң? Тик тормошҡа ҡарата ҡалыплашҡан ҡараштар ҙа быуындан-быуынға күсергә мөмкин икәнен ошо ғаилә миҫалында күрәбеҙ.
Ата-әсәләре үҙ ҡарашын тағыуы арҡаһында донъяның тыуып үҫкән ер менән генә сикләнмәүен, ғәйәт ҙур һәм күп төрлө икәнлеген белмәй ғүмер уҙғарыусылар бихисап! Хәйер, белеүен-беләләр, ләкин ҡалыплашҡан ҡараштар, аяҡтағы тышау кеүек, ысҡынырға, ҡыйғыр ҡоштай күккә атылырға ҡамасаулай.
Ҡошсоҡтар, үҫеп еткәс, ояларын ҡалдырған кеүек, әҙәм балаһы ла, оло тормошҡа баҫып, үҙ юлынан атларға тейеш. Бының өсөн улдарыбыҙҙы һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы ваҡытында йылы ҡуйыныбыҙҙан сығарыу мөһим.
Халҡыбыҙ менталитетына тәрән сабырлыҡ, ваҡиғаларҙы нисек бар – шулай ҡабул итеү хас. Ләкин был сифаттарҙы артыҡ күндәмлек, булғанына риза булып йәшәү менән бутарға түгел.
Аҙағынаса түҙеп, сабырлыҡтары шартлап һыныуҙар арҡаһында баш күтәргән, тормошон үҙгәртергә ынтылған ҡатындар ҙа бар. Әммә ғүмер көҙө етеп килгәндә, дәрт тә дарман да кәмегәндә, был көрәш ниндәй һөҙөмтә бирә? Унда ҙур көс сарыф итеп, яңғыҙ ҡалған, төшөнкөлөккә сумған, һаулыҡтарын тамам бөтөргән ханымдар ҙа юҡ түгел. Төп сәбәп иһә бик тәрәндә – ҡасандыр, күп йылдар элек, уларға ата-әсәһе үҙ яҙмышын һайларға форсат бирмәүендә ята.
Ундай тәҡдир, сылбыр булып, быуындан-быуынға күсә килә икән, бигерәк тә аяныслы: сылбырҙы өҙөү мөһим. Балаларыбыҙға үҙ тормошо менән йәшәргә фатиха бирәйек, ҡәҙерле әсәйҙәр. Уларға яратыу ихтыяжын һәм киң күктәргә ынтылыу теләген бүләк итәйек!