+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2021, 21:14

Әлшәйҙә гөрләне һабантуй

Күрешеп аралашыуға һыуһаған халыҡ яланға ағылды. Бында ла хеҙмәт батырҙарын, алдынғыларҙы ҙурланылар, ил, республика сәйәсәте хаҡында баһалы һүҙҙәр әйтелде, киләсәккә яҡты ниәттәр ҡылынды, дәрт күтәргес шиғыр-йырҙар яңғыраны, бил бирмәҫ көрәшселәр алышты, аттар сабышты, тирмәләрҙә табын ҡоролдо.

Мин әлшәйҙәргә рухиәт һаҡсылары булғандары, милли матбуғатты алдырғандары, әҙәбиәт яратҡандары өсөн рәхмәт белдерҙем. Сөнки элек-электән Әлшәй халҡы рухиәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмай, иң күп уҡыусылар рәтендә. Байрам күтәренке кәйефтә шаулап-гөрләп үтеп китте. Йыл уңышлы, емешле килһен. Келәттәр иген менән, күңелдәр моңға тулһын! Дуҫ-татыу, бәрәкәтле, мөхәббәтле тормошта йәшәйек!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: