Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 15:41

Кәбән эсендә энә эҙләмәгеҙ

«Бер алманың ике яртыһылай йәреңде табырға ла, уның менән шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашып, ғүмер юлынан атларға ине...» – тип хыяллана әле үҙ тиңен осратмаған һәр гүзәл зат. Хәйер, яңғыҙ ир-ат күңелендә лә шундай уҡ хыял йәшәй. Әҙәм балаһы был донъяларға парлы-парлы булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәү өсөн яратылған бит. Ләкин ниңә был тәбиғи һәм бик ябай ихтыяж күптәр өсөн ҡатмарлы һәм тормошҡа ашырыу ауыр булған маҡсатҡа әйләнә? «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Ҡәйепҡәли ҡыҙы ӘБЕЛХӘЙЕРОВА, оҙайлы тәжрибәһенән сығып, шул туралағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Миңә күп йылдар никах агентлығында эшләргә тура килде һәм шул ваҡыт яңғыҙлыҡтың ысынбарлыҡтағы түгел, ә психологик проблема булыуын төшөндөм. Эйе, бөтә кәртәләрҙе беҙ иң тәүҙә башыбыҙҙа, уйҙарыбыҙҙа ҡорабыҙ ҙа үҙебеҙ шунан сыға алмай яфаланабыҙ. Ул кәртәләр нимәнән ғибәрәт, тиһегеҙме? Иң мөһим проблема, минеңсә, шунда: тормош һуҡмағынан бер үҙе атлауҙан арыған ҡатын-ҡыҙ, һыңарын осратыу уйы менән янһа ла, уның ни рәүешле булырға тейешлеген асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай, йәғни үҙенә кем кәрәклеген аныҡ белмәй. Шулай булғас, уны нисек табырға мөмкин?! Был бесән кәбәнендә энә эҙләүгә тиң дә баһа.
«Егетем миңә йондоҙнамә буйынса тап килергә тейеш. Икебеҙҙең дә Үлсәү (Буға, Арыҫлан, Ҡыҙ һәм башҡалар) булыуыбыҙ мотлаҡ!» – тигән шарт ҡуя йондоҙнамә менән мауығыусы һылыу. Һәм уныңса, никах агентлығында эшләүселәр, тылсымлы таяҡты бер һелтәү менән, теләген күҙ асып йомғансы тормошҡа ашырырға бурыслы.
«Йәш тә, ҡарап торорлоҡ матур ҙа, бай ҙа ир кәрәк!» – ти икенсе бер гүзәл. Йәш егеттәрҙең әлегә кеҫәһе таҡыр, байлыҡ туплап өлгөргәндәр иһә улай йәш түгел, ә ир-ат матурлығы бик сағыштырмаса төшөнсә, тигәндәрҙе ул ҡолағына ла элмәй.
Ҡайһы берәүҙәр тормош юлдашында бөтөнләй ҡапма-ҡаршы сифаттарҙы күрергә теләй. «Үҙе романтик, үҙе бәһлеүәндәй көслө һәм саҡматаштай ныҡ ихтыярлы булһын», – тип хыял диңгеҙендә йөҙөүселәр бар. Көслө ихтыярлылар араһында романтик хис-тойғоларға бирелеүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ, тиеүеңде дәлил тип күрмәй улар. Асылда иһә был һалҡын һәм ҡаты тимерҙең ҡайнар һәм йомшаҡ булыуын талап итеүгә тиң.
Нәфис фильмдар ҡарағандан һуң, тәьҫирләнеп, төп геройға оҡшаған ир-азаматтар хаҡында хыялланыусы ҡыҙҙар бихисап. «Брэд Питт кеүек егет менән танышҡым килә!» – тиеүсе һылыуҙар ҙа осрай.
Күңелдәге образды һынландырыусы күҙ менән байҡарлыҡ даирәлә бармы һуң? Булған хәлдә лә, уның хаҡтағы уй ысынға әйләнерлекме? Артыҡ юғары талаптар ҡуйып, үҙ мөмкинлектәрен баһалап еткермәү арҡаһында ла яңғыҙлыҡ ҡосағында ғүмер итеүселәр байтаҡ. Мәҫәлән, 60-ҡа етәрәк ҡатыны менән айырылышҡан ҡәҙимге ауыл уҙаманының «тал сыбығылай нескә, һыуһылыуҙай гүзәл, йәше 30-ҙан артмаған һәм кәмендә ике бәпес бүләк итерлек сәләмәт ҡатын-ҡыҙ менән таныштырығыҙ» тигән үтенесе ни кимәлдә үтәлерлек? «Ус төбөндә генә йөрөтөр инем үҙен», – тип өҫтәүенә лә ышаныуын-ышанабыҙ, тик ҙур өмөттәрен аҡларлыҡ һәм хистәренә яуап бирерлек ҡыҙҙы нисек табырға? Иплелеге менән ихтирам уятҡан сал ағайҙы ергә төшөрөргә тырышыуҙарыбыҙ файҙаһыҙ.
Шулай итеп, тормош ҡорорға теләүсе яңғыҙҙарға, ысынбарлыҡтан сығып, беренсе сиратта шул һорауҙы асыҡларға кәңәш итер инем: һеҙгә ниндәй кеше кәрәк? Уның тулы портретын күҙ алдына килтерегеҙ һәм фәрештәләй камил заттарҙың юҡ икәнен онотмағыҙ.
Танышыу сайттарын, аралашыу клубтарын һайлайһығыҙмы, әллә эш урынында, сәйәхәт иткәндә эргәләге буйҙаҡтарға күҙ һалаһығыҙмы, йә булмаһа дуҫтар-туғандарығыҙҙың был мәсьәләлә ярҙам итеүен һорайһығыҙмы – йәнегеҙгә яҡын кешене табыу өсөн төрлө мөмкинлектәрҙе файҙаланырға була.
Бөгөнгө заманда сайтта танышыуҙар ауылда йәшәүселәр өсөн дә бик ҡулай, унда аралашыуҙар йыш ҡына никах менән тамамлана. Ниндәйҙер сайтта теркәлеп, анкета тултырған саҡта өмөт-талаптарыңды тәфсирләп билдәләү зарур.
Бәхетле булыу теләген ниәткә әйләндерегеҙ. Теләк менән ниәт ҡайһы яҡлап айырыла? Ҡоро теләк менән әллә ҡайҙа китә алмаҫһығыҙ. Ниәт иһә әүҙем эшкә талпыныуҙан ғибәрәт. Сабырлыҡты туплап, алға, матур ниәтегеҙгә табан атлағыҙ һәм һеҙҙең бөтәһе лә килеп сығыр.
Читайте нас: