"Беҙҙең уҡыусыбыҙ – ғаиләне бар ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйыусы кеше", – тип билдәләп үтте Гөлназ Ҡотоева. – Уның шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтарға иҫе китмәй. Ғөмүмән, бөгөн ул ауыр хәбәрҙәрҙән арып, яҡты, йылы яңылыҡтарға ынтыла. Уҡыусыбыҙ өсөн өй йылыһы, ғаилә бәхете серҙәренә арналған яҙмалар уның күңеленә барыһынан да яҡыныраҡ. Һәм беҙ интернет майҙандарында ла уның ошо ихтыяжын күҙҙә тотоп эшләйбеҙ." "Бөгөнгө ҡәтғи, ҡатмарлы заманда төп үҙенсәлегебеҙҙе – яҙмаларыбыҙҙың уҡыусы йөрәгенә йүнәлтелеүен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек", – тине ул. Тап шул беҙҙе социаль селтәрҙә лә, ҡағыҙ вариантта ла абруйлы, ышаныслы, популяр итә лә инде.