Аҙаҡ һөйләшеү Мәскәү ҡунаҡтары, эксперттар, юғары даирә етәкселәре менән дауам итте. Йыйында ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары У.Т. Килсенбаев, филология фәндәре докторы, Воронеж университетының журналистика факультеты деканы В.В. Тулупов, "Милли акцент" порталы (Мәскәү ҡалаһы) шеф-редакторы Ю.А. Бобкова, Телерадиоойошмаларҙың Милли ассоциацияһы (Мәскәү ҡалаһы) генераль директоры А.А. Широких, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе М.В. Ульчев менән бергә милли матбуғат сараларына айырым аҡса бүлеү кәрәкме, әллә улар үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә башларға тейешме, тигән һорауға яуап эҙләне. Ысынында, күп дәүләт баҫмалары бюджеттан финансланһа ла, үҙҙәре лә реклама ярҙамында килем ала. Кадрҙар мәсьәләһе көрсөгө, тел мәсьәләләре лә үҙәктә булды.
#форумсми2021 #медиайыйын2021 #милликейем #милликостюм