0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 11:02

Тәрбиә әсәнән башлана

Шағирә, оҫта педагог, «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы Земфира Аҡбутина – Бөрйән ҡыҙы. Күркәм юбилейы уңайынан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Һәр шәхестең, ғөмүмән, һәр кешенең инеш башы – тыуған яҡ, тыуған йорт, тыуған тупһа. Земфира Хәкимйән ҡыҙы, үҙегеҙ менән журнал уҡыусыларын яҡындан таныштырһағыҙ ине...
– Ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым Хәкимйән Ғәлимйән улы Яубаҫаров «Ҡыҙыл таң» колхозында шофер булып эшләне. Беҙ бала саҡта уны күрмәнек тә, көнө-төнө колхоз эшендә, рейстарҙа булды. Командировкаларҙан беҙгә төрлө тәмлекәстәр, бүләктәр алып ҡайта ине: йәшел виноград тәме әле булһа телем осонда, диңгеҙ өҫтөндә осоп йөрөгән аҡсарлаҡтар һүрәтле капрон косынканы оҙаҡ ҡәҙерләп ябындым. Бала сағым тураһындағы «Иҙел ҡыҙы» повесы китап булып баҫылып сыҡты. Атайымды, әсәһе үлеп ҡалғас, олатаһы Һибәтулла Баймөхәмәт улы ҡарап үҫтергән. Ә ул ауылда мулла булып торған. Шуғалыр ҙа ауыл кешеләренең миңә ҡарата ихтирамлы ҡарашын тойоп үҫтем. Үҙемә лә: «Яҡшы уҡыйһың икән, маладис, һеҙ уҡымышлы заттан, атайыңа ғына уҡыу эләкмәне», – тиерҙәр ине. Ғаиләлә һигеҙ баланың дүртенсеһемен. Хәҙерге көндә иң оло Ирек ағайым ғаиләһе менән Ишембайҙа йәшәй, Зилә, Зәмиә апайҙарым, Айнур, Хәлит ҡустыларым, Айһылыу һеңлем – Бөрйән районында. Иң кесебеҙ Гөлсөм, юл фажиғәһенә тарып, һәләк булды. Атайым вафат, әсәйем Айнур ҡустым менән Тимер ауылында йәшәй.
– Ҡалала мөмкинлектәр ҙә күберәк бит, ижадҡа ла ваҡыт күберәк ҡала, ауылдағы кеүек, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш юҡ, тигәндәй. Үкенмәй­һегеҙме ауылды һайлағанға?
– Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, остаздарым юллауы буйынса Өфөлә ҡалдым. Ул заманда пропискаһыҙ Өфөлә эшкә урынлашып булмай торғайны. Ә миңә шундай мөмкинлек асылды. Хеҙмәт юлымды 1-се һанлы балалар йортонда башлап, артабан редакцияларҙа Нияз Сәлимов, Салауат Кәримов, Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Юлдашева, Йомабикә Ильясова, Өмәмә Ғарифуллина, Хәтирә Шәрипова, Зөлфиә Сабуровалар менән бергә эшләнем. Яҙмышымдың оло бүләге тип ҡабул итәм ул осорҙо. Сөнки тап шул ваҡытта «Ленинсы» гәзите «Йәшлек»кә әүерелде, уның тәүге һандарын сығарышыуым менән бәхетлемен. Корректор булып эшләһәм дә, гәзиттә мәҡәләләрем, шиғырҙарым донья күрҙе. Шул саҡтағы әҙәби мөхиттә эшләү, йәшәү артабанғы ижадыма ҙур этәргес көс бирҙе. Кеше маңлайына яҙылған яҙмышты кисерә. Ә ғаилә алдындағы яуаплылыҡ – кеше өсөн иң мөһиме.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул – шиғриәт? Ҡасан яҙыша башланығыҙ? Ҡайһы мәлдә тыуа һеҙҙең шиғырҙар: илһам килгәндәме, әллә ул – көндәлек тырышлыҡ, хеҙмәт емешеме?
– Аҡ намаҙлыҡ –
ап-аҡ дәфтәр бите,
Ә шиғриәт – дине йәнемдең.
Ғүмер буйы мине оҙатып килә
Аҡлай-паклай йәнем, тәнемде, –
тигән шиғыр юлдары был һорауға яуап бирәме? Әсәйем Зәйнәп Әхмәҙулла ҡыҙы Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан, Абдуллиндар нәҫеленән. Бер йәшенән – әсәйһеҙ, өс йәшендә атайһыҙ ҡалған. Бер ваҡытта ла уның зарланып ултырғанын күрмәнем. Көслө рухлы ҡатын ул. Һуғыш осорондағы бала сағы хаҡында һөйләгәндәре тетрәндерә. Бригадир булып эшләп йөрөгән Әхмәтша ағаһын һуғышҡа алалар, береһенән-береһе ваҡ балалар менән тороп ҡалған еңгәһе урынына туғыҙ йәшлек әсәйем, ауыл ҡатындарына эйәреп, Архангел райо­нынан йәйәүләп тоҡ йөкмәп, сәсеүгә орлоҡ алып ҡайта. Малайҙар менән детдомға тип сығып китә. «Малайҙар эйәртмәй йүгерәләр, мин арттарынан ҡалмайым», – ти. Өфөгә барып етәләр. Шулай ул Әлшәй районы Ыҫлаҡ ба­лалар йортона эләгә. Әсәйемдең хикмәтле хикәйәләрен тыңлап, яҙышыу теләге тыуғандыр. Тәүге мәҡәләм райондың «Таң» гәзитендә дүртенселә уҡы­ғанымда баҫылды. Шиғырҙарҙы институтта «Тамсылар» әҙәби-ижад түңәрәгендә йөрөгәндә яҙа башланым.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: