+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2021, 15:49

Рухи осрашыуҙар

Магнитогорск ҡалаһында "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе эшләп килә. Уның етәксеһе, шағирә Сәфинә Хәкимова 60 йәшлек юбилейын туйланы. Уны ҡотларға төрлө яҡтан ҡәләмдәштәре, яҡташтары, уның ижадын хөрмәт иткән әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.

Әбйәлил шағирәләре Фәнүзә Биктимерова менән Айһылыу Хәсәнова ла килгәйне. Юбилярға Бөтә донъя башҡорттарының "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының Рәхмәт хаты, Магнитогорск ҡала хакимиәте Башлығы С.Н. Бердниковтың Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Сара Б.А. Ручьев исемендәге Магнитогорск ҡала үҙәк китапханаһында үтте.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: