+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2021, 15:33

Ике юлдың ҡайһыһы

Ғүмер юлындағы ҡатмарлы хәлдәрҙе һөйләп, йөрәк серҙәрен асыусы, кәңәш һораусы уҡыусыларыбыҙ күп беҙҙең. Шуны иҫәптә тотоп, журналыбыҙҙа яңы йылдың беренсе һанынан «Психолог кәңәше» рубрикаһын астыҡ. Рубриканы алып барыусы – «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Әбелхәйерова был һанда ғаиләһе тарҡалыу сигендә ҡалыуҙан ни эшләргә белмәгән ҡатындың мөрәжәғәтенә яуап бирә.

«Ғаиләбеҙ бына-бына тарҡалырға тора. Иремә балалар хаҡына ғына түҙәм. Тапҡан аҡсаһы үҙенә саҡ етә. Уның һәлкәүлегенән, проблемаларҙы минең елкәгә һалыуынан арыным. Киләсәккә бергәләшеп пландар ҡорорға ла, машинабыҙҙы яңыртырға ла, фатирыбыҙҙы ҙурайтырға ла теләмәйем. Мөхәббәт ҡайҙа, ҡасан юғалғандыр?.. Уның эргәһендә үҙемде бәхетһеҙ тоям. Был – бөтөнләй мин хыялланған тормош түгел. Ни эшләргә белмәйем...»
Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә институты ҙур көрсөк кисерә. Редакцияға мөрәжәғәт итеүсе ҡатындың яҙмышын шуның бер сағылышы тип атарға мөмкин.
Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙа­рының күпселеге тартҡан тормош йөгө иренең иңендәгегә ҡарағанда ауырыраҡ. Гүзәлдә­ребеҙҙең көслө затҡа ҡуйған талаптары ла арта, ә улары иһә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты әҙерәк алырға тырыша. Һәр уңышлы ир-ат артында аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта, кире­һенсә, һәр уңышлы гүзәл зат артында ир-егеттең хыянаты тора, тиеүҙәре лә йыш ҡына ысынбар­лыҡҡа тап килә.
Ҡатын-ҡыҙҙы көслө булырға, яҡшы аҡса эшләргә, үҙен, балаларын тәьмин итергә нимә этәрә? Иренең быларҙы бер ҡасан да бирмәйәсәген аңлау, тип яуаплар инем мин – күп осраҡта был тап шулай.
Айырылышырға тигән уй ҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙа тыуа. Статистика мәғлүмәттәре айырылыу хаҡындағы ғаризаны 70 процент осраҡта гүзәл зат биреүе хаҡында һөйләй. Ғәмәлдә иһә был һан ҙурыраҡ, сөнки никахта булып та, айырым йәшәүселәр байтаҡ.
Айырылышыу сигенә әллә ҡасан етеп, тарҡалмай ҡалған ғаиләләр ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа күберәк. Ундай ғаиләлә төп проб­лема шунан ғибәрәт: балалар сәләмәт булмаған мөхиттә үҫә. Атай менән әсәй сабыйҙары хаҡына ғына бер-береһен түҙеп йәшәргә мәжбүр. Әлбиттә, бала быны һиҙмәй түгел, һиҙә һәм үҙен ғәйепле тоя – мин булмаһам, тормоштары башҡа төрлө булыр ине, тип уйлай бәләкәс. Ләкин ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, күңеленә атай менән әсәй мөнәсәбәтенең шул өлгөһөн һеңдерә. Ундай ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың байтағы киләсәктә шатлыҡ килтермәүсе, йәндәрен телгеләүсе мөнәсәбәттәр ҡора.
Ошондай шарттарҙа ҡатын-ҡыҙҙың, ирен ҡалдыра алмайынса, оҙаҡ йылдар үҙен, балаларын яфалауын бәйлелек тип атарға кәрәктер. Эйе-эйе, алкоголизм, наркомания, тәмәке тартыу кеүек сәләмәт булмаған бәйлелек.
Гүзәл зат ауыр сир һымаҡ бәйлелеккә дусар булғанда, айырылышыу ҙа ярҙам итмәй торған. Сөнки ҡайҙа барһа ла, нисә тапҡыр кейәүгә сыҡһа ла, ул үҙенән китә алмай.
«Мөхәббәт ҡайҙа, ҡасан юғалғандыр?» – тигән һорау бар был ханымдың хатында. Мөхәббәт бар икән, ул юҡҡа сыҡмай. Тик һөйөүҙе гормондар уйнау менән бутарға түгел. Гормондар тынысланыу менән, кеше, алһыу күҙлеген сисеп, ысынбарлыҡты күрә. Бер үк ҡиммәттәрҙе баһалаусы парҙарҙың йәшәйеше аһәңле көй һымаҡ матур. Ҡиммәттәр башҡа икән, ғаилә тормошо көрәшкә әйләнә.
«Ни эшләргә белмәйем...» – ти хаттың һуңғы һөйләмендә сараһыҙ­лыҡтан юғалып ҡалған ҡатын. Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай. Ул әле ике юл сатында тора. Беренсеһе буйлап атлаһа, әлеге тормошон дауам итәсәк. Балаларҙың тотороҡһоҙ хис-тойғоло, китек күңел менән үҫеүе, улар оянан таралышҡас, ире менән икәүҙән-икәү ҡалыу, сирҙәр «гөлләмәһе»нән интегеү – алда шул көтә. Икенсе юл – ҡатмарлыраҡ. Йөрәгегеҙ етеп, уны һайлағанда, үҙегеҙҙе ҡәҙерләр, балаларығыҙҙы ла яҡын күрер уҙаманды осратыуығыҙ, яңы тормош ҡороуығыҙ ихтимал. Йылдар үтеү менән беҙ йәшәрмәйбеҙ. Һәм ваҡыт уҙған һайын, йәнеңдең яртыһылай кешене табыу мөмкинлеге лә кәмей бара.
Айырылышырға ҡарар иткән хәлдә, бер үк тырмаға баҫыуҙан һаҡ булығыҙ. Ирегеҙ менән бер-берегеҙгә үпкә-дәғүәләрҙән арынығыҙ, балалар хаҡына дуҫтарса мөнәсәбәттәр һаҡлағыҙ. Уларға атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй ҡәҙерле.
Читайте нас: