+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Март 2021, 22:31

Төньяҡ баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли тематикала «аулаҡ» ойошторолдо

«EthnoLadies» тип аталған сара 6 мартта үтте һәм ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. Нәззәкәтлек һәм милли мәҙәниәтебеҙ рухы менән һуғарылған кисә программаһы ифрат бай ине. Фәһемле лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, кино ҡарау һәм аудио-визуаль перфоманс – былар бөтәһе лә күңелдәребеҙгә хуш килде.

«Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн мөһим мәғлүмәттәр алды. Был сарала беҙ психология мәсьәләһен, үҙеңде табыу һәм күрһәтә белеү кеүек темаларҙы күтәрҙек», – тип бүлеште байрамды ойоштороусы Нәзифә Иҫәнбаева.
«EthnoLadies» лекторийында психолог-практик Айгизә Зиннурова (сығышы менән Башҡортостандан), фотограф Полина Яблонская (Өфө ҡыҙы) һәм дизайнер (Boholand бренды), продюсер Алёна Халепо сығыш яһаны. Был бүлекте Санкт-Петербург дәүләт университеты студенткаһы Карина Туҡаева алып барҙы. Лекторийҙа эш бик йәнле уҙҙы, тамашасылар һорауҙар биреп, фекерҙәрен әйтеп ултырҙы һәм аҙаҡтан һәр спикер үҙенән бүләктәр уйнатты.
Байрамдың ошондай форматта ойошторолоуы барыһына ла бик оҡшаны, ундай сараларҙы даими рәүештә үткәреп торорға, бәлки, ҡатын-ҡыҙҙар клубы ойошторорға кәрәктер, тигән тәҡдимдәр булды.
Воркшоп тигән бүлек ике оҫталыҡ дәресенән торҙо. Беренсеһендә ҡунаҡтар оҫтабикәләр өйрәткәнсә үҙҙәренә матур биҙәүестәр (брошь) эшләне һәм орнаменттар менән биҙәне. Икенсе дәрес көндәлек макияж яһауға арналды. Ҡыҙҙар биҙәнергә генә түгел, дөрөҫ косметика һайларға һәм үҙенсәлекле матурлығын балҡытырға ла өйрәнде.
Сюрприздар ҙа булды ул көндә: «Санкт-Петербургтың милли матуры-2019» еңеүсеһе, «Наза» башҡорт бейеүҙәре ансамбле хореографы Александра Соловьева кисә башында төрлө милләт бейеүҙәре өҙөктәренән торған перфоманс күрһәтте, һуңынан «Санкт-Петербург һылыуҡайы-2020» бәйгеһе финалистары «BOHOLAND» бренды кейемдәре менән дефилела сығыш яһаны.
Кисәне тамамлағанда ҡатын-ҡыҙҙың тарихтағы, мәҙәниәттәге роленә арналған аудио-визуаль перфоманс күрһәтелде. Тере музыка (Альбина Рәхимова), монолог (Светлана Лушникова), буяуҙар һәм киндер (рәссам Дарья Лясина) иҫ киткес аһәңле күренеш хасил итте. Матур тамашаны күҙ йәштәре аша ҡараусылар ҙа булды!
«Килгән ҡунаҡтар ҙур илһам алды, бындай йылы сара күптән булғаны юҡ ине, һағындырған! Тырышып, күргәҙмә лә әҙерләнек, күптәр башҡорт биҙәүестәре менән фотоға төштөләр», – ти Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова.
«Спикер булараҡ сығыш яһап, ҙур тәжрибә алдым. Шундай күңелгә яҡын байрам булды бөгөн», – тип бүлешә Айгизә Зиннурова.
Был күркәм мәҙәни проект Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы һәм Санкт-Петербургтың «Калининский» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды. Шулай уҡ башланғыстарыбыҙҙы хуплап, һәр ваҡыт ярҙам итеүсе билдәле яҡташыбыҙ, эшҡыуар Камил Әғзәм улы Хәйруллинға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Сара «ART PRO» йәштәр ижады галереяһында рус телендә үтте. Был иһә бөтә ҡунаҡтарға ла кисәнән кинәнес алырға ярҙам итте!

Кристина Ильясова.
Сергей Симпирович
фотоһы.

Читайте нас: