-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 16:17

Эс бошоуҙан дауа бар

Донъя булғас, төрлө хәлдәр була: меңдәрсә кешеләр араһында үҙеңде япа-яңғыҙ тойоп, йәнеңә урын тапмай үрһәләнгән саҡтар ҙа, булмышыңдан яҙыу сигенә еткән минуттар ҙа, эс бошоуынан ҡулға бер эш бармаған ваҡыттар ҙа. Нисек итеп үҙ-үҙеңде юғалтмайынса, асылыңды балҡытып, рухи, матди уңыш ҡаҙанырға, яҡындарың һәм тирә-яҡтағылар менән йәнгә рәхәт бирерлек матур мөнәсәбәттәр ҡорорға, шәхси тормошта, һөнәреңдә бәхеткә өлгәшергә? Журналыбыҙ редакцияһына ошондай һорауҙарға яуап эҙләүсе уҡыусыларыбыҙҙан мөрәжәғәттәр күп килә. Уларға яуап биреү маҡсатында «Психолог кәңәше» тигән махсус рубрика асабыҙ. Уны «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл ӘБЕЛХӘЙЕРОВА алып барасаҡ. Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Был һанда Айгөл Ҡәйепҡәли ҡыҙы эс бошоуҙан ни эшләргә белмәгән бер уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәтенә яуап бирә.

«Яңғыҙлыҡтан, эс бошоуҙан баҡсалағы, кәртә-ҡуралағы эш, телевизор менән интернет ҡына ҡотҡара. Аралашыр яҡын кешеләрем дә юҡ. Ялҡытҡан мөхитте алмаштырып, сәйәхәткә сығыр инем, пенсиям бәләкәй. Болоҡһоуҙан ҡайһы берҙә ни эшләргә белмәйем...», – тип яҙа беҙгә ауылда йәшәүсе оло йәштәге апай.
Балалар үҫеп таралышҡас, хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғас, кеше үҙ-үҙе менән ҡала. «Артабан нисек йәшәргә?» – был һорау күптәрҙә тыуа.
Рәсәй халҡының менталитеты шулай: өлкән йәштәгеләр беҙҙә һәр ваҡыт йәлләү тойғоһо уята. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә уларға бөтөнләй башҡаса ҡараш. Мәҫәлән, Ҡытайҙа, пенсияға сыҡҡас, кешеләр үҙҙәре өсөн йәшәй башлай. Унда парктарҙа йога, физкультура менән шөғөлләнеүсе ололарҙы күп күрергә мөмкин. Италияла ла өләсәйҙәр, олатайҙар тормоштарын бер-береһе менән аралашып байыта, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарға йөрөй.
Бөтәһе лә йәмғиәттә ҡабул ителгән ғәҙәттәргә бәйле. Беҙҙә лә был тәңгәлдәге ҡалыптарҙы үҙгәртеү мөһим, өлкәндәргә тормошҡа яңы мәғәнә индереп, үҙҙәре өсөн йәшәй башларға өйрәнергә кәрәк.
Мин ғәмәлдә нимә теләйем? Нимә миңә шатлыҡ килтерә? – күңелегеҙҙән ошо һорауҙарҙы бирегеҙ. Уҙған ғүмер юлын байҡап, үҙегеҙҙе ниҙән мәхрүм итеүегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Әле шуларҙы, бәләкәй генә нәмәләрҙән башлап, төҙәтә алаһығыҙ. Тик үткәндәргә унда «йәшәү» өсөн түгел, анализ яһау өсөн генә ҡайтығыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: үткәндәр ҙә, киләсәк тә юҡ, бында һәм әлеге мәлдә бөгөнгө генә бар.
Һеҙ нимәгә ышанаһығыҙ, шул турала уйлағыҙ әле? Бер нәмәгә лә һәләтле булмауығыҙғамы? Үҙегеҙҙе алдан уҡ ерләп, ғүмерегеҙҙе һағыш һәм яңғыҙлыҡта үткәреүегеҙгәме? Тормоштан ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, уны үҙгәртергә нимә ҡамасаулай? Бары билдәһеҙлектән ҡурҡыу ғына беҙгә алға барыуҙа кәртә булып тора. Ғәмәлдә иһә ҡурҡыу тойғоһо – башыбыҙҙа ғына. Һәм беҙҙең бурыс – уның беҙҙе солғауына юл ҡуймау. Әгәр донъяла бер кеше был бурысты үтәй алған икән, тимәк, һеҙҙең дә ҡулдан килә. Иң мөһиме – дөрөҫ йүнәлештә фекерләү һәм үҙегеҙҙең ысынында ни теләүегеҙҙе белеү.
Өс ялған инаныуҙы һанап үтәм. Мотлаҡ уңышҡа ирешергә бурыслымын, юғиһә мин бер кем дә түгел. Бөтә кешеләр мине яратырға тейеш, яратмайҙар икән, тимәк, мин лайыҡ түгел. Бөтә нәмә дөрөҫ булһын: хөкүмәт – ғәҙел булһын, автобустар ваҡытында йөрөһөн һ.б. Әгәр ошо инаныуҙар буйынса йәшәһәгеҙ, әлбиттә, был донъяла һеҙҙе бер нәмә лә ҡыуандырмаясаҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: