-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Минең өсөн ҡайғырмағыҙ...»

Ятып ҡалған ҡаһармандарҙың хаттарын, иҫән ҡайтҡан ветерандарҙың иҫтәлектәрен яңы быуын кешеләренә еткереү мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе булырға тейештер. Улар бит – һуғыш тураһындағы иң дөрөҫ документтар, иң ышаныслы шаһиттар. Миңә лә шундай аманат – 1943 йылда яу яланында ятып ҡалған Фәтхрахман Мифтаховтың бик күп һалдат хаттары менән танышырға насип булды.

Фәтхрахман Фәйзрахман улы Мифтахов 1923 йылдың 14 ноябрендә Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға килә. 1942 йылдың башында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Урта белемле, бар йәһәттән әҙерлекле егетте радист-десантсылар курсына ебәрәләр. Ярты йыллыҡ уҡыуҙы тамамлай алмай ул – курсанттарҙы ашығыс рәүештә Мәскәү йүнәлешендә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы торған ғәскәрҙе көсәйтеү өсөн фронтҡа оҙаталар. Шулай итеп, Фәтхрахман Мифтахов баш ҡаланы дошмандан һаҡлап алып ҡалыуҙа туранан тороп ҡатнаша.
Һалдаттың хаттары әсәһе Ғәрифә инәйгә, атаһы Фәйзрахман бабайға, туғандары Мәғзән, Ғәмбәрә, Нафиҡ һәм Рифкә исемләнгән.
«Ҡәҙерле әсәйем! Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек итеп тәрбиәләп үҫтергән оло улың, боец Фәтхрахмандан сикһеҙ күп ҡайнар, һағынышлы сәләм. Туғандарыма, туған-ырыуҙарыма, дуҫтарыма шул уҡ һағынышлы сәләм. Сәләм һуңында бөтәгеҙгә лә матур тормош, сәләмәтлек теләйем. Әсәй! Мин бик матур урында йәшәйем. Ашау бик яҡшы. Кейендерҙеләр. Атайымды оҙаҡламай күрәм, тип торам. Шунда иҫке кейемде атайыма бирәм инде. 24 мартта ауылдашым Баймөхәмәт ағайҙарҙы күрҙем. Эшләгән ерҙән Нәфисә апайҙы танып: «Апай», - тип ҡысҡырғайным, илап ебәрҙе. Хәҙер көн дә күреп һөйләшеп торам. Һеҙгә сәләм яҙырға ҡушты. Ашауҙары яҡшы икән. Әсәй! Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, сөнки хур булырлыҡ егет итеп тәрбиәләмәнегеҙ. Мин штабта ла, хәрби комитетта ла бюро члены булып эшләйем. Минең ваҡытым юҡ, һеҙ күп итеп яҙығыҙ. Һыйыр быҙауланымы? Пособие алаһығыҙмы? Ашарығыҙға бармы? Этебеҙ Пальма иҫәнме? Ауылда ниндәй үҙгәрештәр бар? Атайымдан хат алаһығыҙмы? Минән ниндәй ярҙам кәрәк? Бөтәһен дә хатта яҙығыҙ. Сәләм менән улың Фәтхрахман. Мәғзән туғаным! Хаттарҙың бөтәһен дә бер делоға тегеп бар. Атайымдыҡын да. Киләсәктә кәрәк булыр. Бик күп китап уҡы, белгәнеңде яҙ, рәсем төшөр, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшә. Уйнап-көл. Күп эшлә. Әсәйемә бер ҡаршы һүҙ әйтмәй хеҙмәт ит, һүҙен тыңла. Ул һине лә кеше итеп тәрбиәләр. Мине ул ошолай кеше араһында авторитетлы егет итеп үҫтерҙе. Ағайың – Фәтхрахман, 10 апрель, 1942 йыл».
Фәтхрахман ағай мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Үҙенең ҡыҫҡа ғүмере эсендә колхозда комсомол ойошмаһы секретары, хатта бригадир булып эшләргә лә өлгөрә. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, шиғыр ижад итеү менән бергә пьесалар ҙа яҙа. Уларҙың ауыл сәхнәһендә ҡуйылыуын ололар йылы тойғолар менән хәтергә ала. Һаҡланып ҡалған шиғырҙары күп түгел. Дәфтәр биттәренә, фотокарточкалар артына яҙылған шиғырҙары ғаилә архивында иң ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Бына уларҙың береһе. Яҙылыу ваҡыты – 25 июль, 1942 йыл.
Әсәйемә
Ҡәҙерле әсәм минең,
Һинең алда бына ант итәм:
Намыҫым менән,
Комсомолдың ғорур исеме менән,
Һүҙҙәреңде һинең аҡларға.
Ватанымдың тыныслығын, бәхетен
Һуңғы һулышҡаса яҡларға.
Ошо изге юлда йәш ғүмерҙе
Ҡара ергә илтеп һалһам да,
Даным ҡайтыр минең Көнбайыштан
Еңеп ҡайтҡан Ҡыҙыл байраҡта.
Унда минең изге саф ҡаным
Ҡояш нуры кеүек балҡып торор,
Еңеү байрамында
Һеҙҙең менән бергә пир ҡорор.
Фәтхрахман Мифтаховтың ҡайһы ғына хатын асып уҡыма, һәр береһендә, исемдәрен һанап әйткән сәләм-теләктәренән тыш, бөтә туғандары өсөн дә борсолоу, хәстәрлек, еңеүгә ҙур һәм сикһеҙ ышаныу ята.
1942 йылдың 15 майында ҡустыларына яҙған хаты.
«Нафиҡ һәм Риф ҡустыларым! Иртәнсәк кәкүк тауыштарын ишетһәгеҙ, ошо хат аша ебәргән күп сәләмдән дә күп матур сәләмдәр килтергән абзыйымдан, тип тыңлағыҙ. Мин яҡшы йәшәйем. Иптәштәрем күп. Тик һеҙҙең кеүек туғандарым, әсәйем генә юҡ. Вин­товкам да бар. Оҙаҡламай ҡәһәр һуҡҡыры Гитлерҙы туҡмайым да һеҙҙең яҡҡа өйгә ҡайтам. Мин ҡайтҡас, күмәкләп Тәйрүктә һыу инербеҙ. Балыҡ тоторбоҙ. Шамилды ла алып барырбыҙ (Шамил –Фәтхрахмандың ҡустыһы, һуғыш ваҡытында вафат була. – авт.). Сәләм менән ҙур ағайығыҙ Фәтхрахман».
1943 йылдың 5 сентябрендә Мәғзән ҡустыһына хат ебәрә. Был уның туғандары алған һуңғы хәбәре була.
«Мәғзән туғаным! Мин һинең 21 августа яҙған хатыңды беренсе сентябрҙә алып уҡыным. Бик шатландым, сөнки беренсе майҙа ғына һинән бер хат алғайным. Шунан бирле хат алғаным булманы. Бер аҙнала ғына ун бер мәртәбә күктән һикерҙем. Егерме сәғәттән артыҡ күктә остом. Ул еңел түгел бит. Мин летчиклыҡҡа уҡыған кеше түгел. Үҙем дә аптырайым һаулыҡҡа. Кеше бер һикереүҙә ике килограмға кәмей, ә мин бер айға һигеҙ йөҙ грамға ғына кәменем. Бер аҙнала бер килограмға арттым. Шулай ҙа бик йонсотторҙо. Бер һикергәндә арҡалағы тоғом төшөп юғалды. Беләк сәғәтен сисеп шунда һалғайным. Сәләм менән, ағайың Фәтхрахман».
Ошо хаттан һуң оҙаҡ та үтмәй, Ғәрифә инәйҙең өйөнә ҡағыҙ килтерәләр – «ҡара ҡағыҙ». Ҡош телендәй ҡағыҙға яҙылған хәбәргә ул ышанмай, уны балаларына күрһәтмәй. Ләкин йортҡа ни тиклем ҙур фажиғә килеп ингәнен улар әсәгә ҡарап белә.
Ғәрифә инәй, һуғышта яңылышыуҙарҙың булыуына, Фәтхрахман улының ҡайтыуына ышанып, өмөтөн ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем һүндермәне. Балалары ла шул өмөт менән йәшәне.
1985 йылда Фәтхрахман Мифтаховтың ҡустыһы, күренекле шағир һәм прозаик Риф Мифтахов «Ағай хаттары» шиғырын яҙҙы. Уны талантлы һәүәҫкәр композитор Мөфтәдин Ғиләжев йырға һалды. Сәхнәләрҙә «Атай хаттары» исеме менән башҡарыла ул. Ике осраҡта ла дөрөҫлөк бар: һуғыш берәүҙәрҙең атаһын, икенселәрҙең иң ҡәҙерле кешеләренең ғүмерен өҙҙө.
Ғәзиз әсәй, балам уҡыр, тиеп,
Аҡ аманат итеп һаҡланы.
Әсәйемдең ҡайнар йәше тамған
Әле лә иҫән ағай хаттары.

Юнир Тимербулатов.

Ишембай районы,

Кинйәбулат ауылы.