-11 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Илдә тыныс йәшәүегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ...»

Әсәйемдең бер туған апаһы Мәхмүзә Астанғәле ҡыҙы һуғыштан алда Әбйәлил районы Юлдаш ауылына Бирғәле Солтановҡа тормошҡа сыға. Бирғәле апа (төбәк һөйләшендә атайҙан оло ир кеше. – Ред.) Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алына. Мәхмүзә инәйем биш һәм ике йәшлек Шәйхетдин һәм Фәсхетдин улдары менән тороп ҡала. 1943 йылда иренең үлеме тураһында «ҡара ҡағыҙ» килә. Һуғыштан һуң инәйем, икенсегә кейәүгә сығып, ғаиләһе менән күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районына күсеп китә.

Тәүге иренең фронттан яҙған хаттарын һәм иптәштәре менән төшкән берҙән-бер фотоһүрәтен Мәхмүзә инәйем ғүмер буйы йәшереп һаҡлай. Хатта улдарына ла күрһәтмәй. Әсәйем бер ваҡыт: «Икенсе еҙнәм апайымды ныҡ көнләште бит ул», – тигәйне. Хаттарҙың оҙаҡ йылдар сер булып ҡалыуы шунан киләлер, тип уйлайым.
– Әсәйем үлеп киткәс, ҡомартҡыны Шәйхетдин ағайым табып алған һәм 2013 йылда миңә тапшырҙы. Улар латин хәрефтәре менән яҙылған, етмеш йылдан ашыу ғүмер эсендә теткеләнеп туҙғандар, шуға уҡыуы бик ауыр. Яҙмышыма бик рәхмәтлемен: атайым менән ос­рашып һөйләшкәндәй булдым, хатта уртаҡ уйҙар, фекерҙәр табып, төҫкә генә түгел, холоҡ-фиғелем менән дә уға оҡшауымды асыҡланым, – тип һөйләй ике туған Фәсхетдин ағайым Солтанов.
Ул үҙе, армиянан һуң Харьков хәрби академияһында уҡып, ғүмер буйы Мәскәүҙә, Камчаткала, Ҡаҙағстанда һауа һөжүменә ҡаршы көстәр (ПВО) ғәскәрендә хеҙмәт итте, майор дәрәжәһендә отставкаға сыҡты. Хәҙер Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында йәшәй. Әсәһе менән ағаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, иң яҡын туғандар булып ҡалдығыҙ, тип беҙҙең менән нығыраҡ аралаша. Фәсхетдин ағай атаһынан ҡалған хаттарҙы латин хәрефтәренән кириллицаға нисек күсергән – журналға шул рәүештә тәҡдим итәм.
Бирғәле апам тәүге хатты 1941 йылдың 22 июнендә Әлкә станцияһынан ебәргән. Яуапты тиҙерәк яҙыуҙы һораған, фронтҡа алып китеүҙәре бар, тигән.
Хаттарҙы ул бик матур һүҙҙәр менән йылы хистәргә һуғарып яҙған. Һәр береһе: «Ҡәҙерле күргән иптәшем Мәхмүзә, мин һеҙгә күкрәгемдең иң нескә ерҙәренән һыҙылып сыҡҡан һағышымды ялҡынлы сәләм итеп евәреп ҡалам», – тигән һүҙҙәр менән башланып китә. Хаттарының күп өлөшөн һәр кемгә, шул иҫәптән уландарына, исемләп, Урал тауҙарындай ҙур сәләм тапшы­рыуға бағышлаған. Бер тапҡыр Мәфтуха балдыҙын (йәғни минең әсәйемде) атарға онотҡан да, аҙағында ғәфү үтенеп, йыуатыу өсөн уға йыр сығарып яҙып ҡуйған.

Рәхимә МУСИНА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.