-29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Улым Әфләх, донъяны яҡшы көт...»

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан Мөхәмәтдинов Шәрифулла Мөхәмәтдин улы 1942 йылда фронтҡа китер алдынан Дим станцияһынан ғаиләһенә яҙған хатын шулай тамамлай. Хат Липецк өлкәһе күп яҡлы фәнни китапханаһының «Мәңгелек ут хәтере» сайтында урын алған. Адресы – http://lounb.ru/.

Журналдың үткән йылдағы июль һанында баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның «Туптар ярылған ерҙә...» мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда автор Күгәрсен районынан бер туғандар Әнүәр һәм Хәбир Слявчиндар, Әнүәрҙең улы Илнур менән яҡындары үткән яу ҡырында булыуҙары һәм улар ерләнгән туғандар ҡәберлегенә зыярат ҡылыуҙары тураһында бәйән итте. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары Ҡотоев Хазиәхмәт Ҡотой улы, Слявчин Зәкир Мостафа улы 1942 йылдың июль айында ул осорҙа Курск өлкәһенә, хәҙер Липецк төбәгенә ҡараған Икенсе Тербуна ауылы янында барған ҡаты бәрелештәрҙә һәләк була. Яу урынында ерләнгән яугирҙәрҙе үткән быуаттың 60-сы йылдарында ауыл уртаһындағы туғандар ҡәберлегенә күсерәләр, һәйкәл ҡуялар, баш һалған хәрбиҙәрҙең исемдәрен ташҡа яҙалар. Исемлектә шулай уҡ Мөхәмәтдинов Шәрифулла Мөхәмәтдин улы ла бар.
Гөлназ Мират ҡыҙы яҡташыбыҙ, Тербуна ауылында ғүмер итеүсе Вахитов Замирҙың 112-се Башҡорт дивизияһы һуғышсылары иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә башҡарған баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтен дә билдәләп китә. Мөхәмәтдиновтың һалдат хатын да «Мәңгелек ут хәтере» сайтына ул тапшыра.
Шәрифулла Мөхәмәтдин улы 1903 йылда тыуған. Өс йәшенән йәтим ҡала. Үҫмер сағында тамаҡ ялы өсөн ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Өйләнгәс, алтын табыуҙа эшләй, колхозда бригадир була. Һуғышҡа ул үҙ теләге менән китә.
1942 йылдың июлендә хәҙерге Липецк өлкәһе Тербуна районы Лобановка ауылы өсөн барған һуғыштарҙа башын һала. Күп йылдар хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була.
Һөйөклө ҡатынына, балаларына, тыуған төйәгенә һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмаған Мөхәмәтдинов Шәрифулла Мөхәмәтдин улының хаты:
«Хат башы.
Ҡәҙерле күргән ҡатыныма бик күп сәләм. Һәм ҡыҙым Бибинур, Гөлнур, Ғәйзинур, Мәскүрә, Рәшиҙә һәм улым Әфләхҡә һәм дә әсәйемә, ағайымға, киленгә бик күп сәләм. Оло атайым менән оло әсәйемә бик күп сәләм. Ғәбделғәлим ҡустыма һәм киленгә бик күп сәләм. Һәм Бикйән ҡустыма өй эстәре менән сәләм. Нурғәле кейәүгә өй эстәре менән сәләм. Ҡайным менән ҡәйнәмә бик күп сәләм. Нуриямал еңгәйемә өй эстәре менән сәләм. Һәм Васил ҡәйнешкә өй эстәре менән сәләм. Ғәлләм ҡоҙаға өй эстәре менән сәләм. Яхъя ҡустыға өй эстәре менән сәләм. Һәм Ғәлиәхмәт ағайҙарға өй эстәре менән сәләм. Бүтән башҡа һорағандарға барыһына айырым сәләм.
Сәләмем тамам.
Бында минең менән бергә Ҡаҙмаштан Зәйнуллин, Туҡымбәттән Байтурин Хәйҙәр, Боранғолдан Заһитов бар. Башҡа яҡын-тирәнән дә иптәштәр бар. Хәҙергә бик һәйбәт һау ятабыҙ, йөрөп ятабыҙ. Ашау, йәшәү яҡшы. Был хатты алғас та хат яҙығыҙ. Үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек? Утын-бесәнгә аптырамайһығыҙмы? Күлдәк-ыштан алдыҡ, башҡа кейем биргәндәре юҡ әле. Салауат ауылы Миҡманов Исхаҡ йөрөй ине бында. Шуның аша хат яҙҙым. Моғайын, китеп барырбыҙ. Хатты йыш яҙығыҙ. Һаулығығыҙҙы белдереп тороғоҙ. Әкрәм ҡустынан хат киләме? Шуның менән бөтөрөп, һау-сәләмәт йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам.
Улым Әфләх, донъяны яҡшы көт.
Минең адрес:
БАССР, Ст. Дема.
п/я № 70/3.»

Мәҡәләнең тулы вариантын журнадың 1-се (2020) һанына уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в