+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 12:58

Әсә булыу бәхетенән ваз кискәндәр

Ағымдағы йылдың 9 айында бала табыу йорттарында 23 ҡатын сабыйынан баш тартҡан. Был хаҡта Өфөнөң опека һәм попечителлек идаралығы хәбәр итә.

Ағымдағы йылдың 9 айында бала табыу йорттарында 23 ҡатын сабыйынан баш тартҡан. Был хаҡта Өфөнөң опека һәм попечителлек идаралығы хәбәр итә.
Бер йыл элек 28 әсә балаһынан ваз кискән, тик профилактик сараларҙан һуң, уларҙың 18-ҙе кире уйлаған.
Өфөлә яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы профилактикалау хеҙмәте эшләй. Улар ярҙамында быйыл 14 сабый ғаиләләргә ҡайтарылған.
Борсолоу сигналы булыу менән белгестәр бала тапҡан ҡатын менән осраша, ғаилә хәле, ярҙам итеү мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт туплана. Әгәр ҡатын балаһын алырға ризалаша икән, уның ғаиләһе менән реабилитация эштәре үткәрелә. Ҡатынды һәм уның ғаиләһен ҡурсалау 3 ай, кәрәк булғанда ике йыл дауамында бара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: