-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 13:09

Төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа “Газпром” етәксеһе Алексей Миллерҙан  рәхмәт хаты килгән

Хатта республика Башлығының Яҡутстандағы Чаяндин ятҡылығынан оператив рәүештә вахтовиктарҙы сығарыуҙа ярҙам күрһәтеүен билдәләп үтелгән.

“Төбәктәге барлыҡ ойошмаларҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың берҙәм тырышлыҡтары менән беҙ вахтовиктарҙы, тейешле карантин сараларын үтәп, ҡайтаруҙы һәм урынлаштырыуҙы ойоштора алдыҡ”, – тип яҙған Алексей Миллер.
Компания етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан менән “Газпром” хеҙмәттәшлеге дауам итәсәк.
Белеүегеҙсә, республика 1590 вахтовикҡа туған яҡтарына ҡайтырға ярҙам итте. Обсервациянан һуң улар ғаиләләренә юлланды.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас в