0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2020, 19:05

Яугир ҡыҙҙар рухына – сирендәр

Өфө ҡалаһында БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ағзалары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, баш ҡаланың Пушкин урамындағы 45-cе йорт алдына сирендәр аллеяһы ултыртты. Уға йәтеш кенә исем дә табылды – “Еңеүҙең ҡатын-ҡыҙ йөҙө”.

“Был аллеяны беҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға яу яланында ғүмерен фиҙа ҡылған, баҫыуҙарҙа, фабрика-заводтарҙа тырышып эшләп йөрәген, көсөн йәлләмәгән бөтә гүзәл заттарға бағышланыҡ”, – тине Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. Белеүебеҙсә, Башҡортостандан фронтҡа 4 мең ҡатын-ҡыҙ китә.
Күптәре кире әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында баш һала. Шуныһы ла ҙур мәғәнәгә эйә: ошо урамдағы Максим Горький исемендәге 3-cө гимназиянан 18 йәше тулған ҡыҙҙар эшелоны Сталинград фронтына ебәрелә. Киләсәктә уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ошо хаҡта һөйләгән таҡтаташ ҡуйыу ҙа ниәт ителә.

Аллеға ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Валентина Гризодубова сортлы сирендәр ултыртылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Был акция Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларында бара икән.

Ә Өфө ҡалаһында бөгөн ултыртылған аҡ, күк сирендәр урамдан үткәндәргә Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сыҡҡан ҡаһармандар рухын иҫкә төшөрөр, ә яҙҙарын, ҡаһарман рухлы бөйөк ҡатындарға сикһеҙ рәхмәт булып, һауаға хуш еҫтәрен таратыр, тип ышанғы килә.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: