Генералдың яҡташтары – Ҡырмыҫҡалы районы кешеләре – менән һөйләшеү, ҡайһы бер документтар менән танышыу уның тормошона бер аҙ асыҡлыҡ индерҙе.
Миңлеғәле Шайморатовтың берҙән-бер ҡыҙы Октябринаның 1927 йылғы булыуы, уның республикаға һирәкләп килеүе, Шайморат ауылы урта мәктәбе уҡыусылары, коллективы менән хат аша хәбәрләшеп тороуы тураһында белдек. Әгәр ҙә комдивтың шәхси тормошон бер епкә теҙһәк, уны 1921 йылдан башларға кәрәктер.
Миңлеғәленең мәктәпте тамамлау мөмкинлеге булмай, ул бала саҡтан эшкә егелә. Малайҙың һәр яҡтан да бик һәләтле, айырыуса телдәр өйрәнеүгә маһирлығын билдәләй биографияһын өйрәнеүселәр. Зирәклеге күтәрә лә инде уны юғары үрҙәргә. 1918 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында Төркөстан, Көньяҡ-Көнбайыш, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша. 1924 – 1931 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны алтын миҙалға тамамлай. Төркиәлә, Ҡытайҙа хәрби атташе була.
Шайморатов үҙенең тәүге ҡатыны Елена Степановна менән Тамбов өлкәһендә таныша, тип фаразлай тарихсылар. Унда ул, кавалерия полкының взвод командиры булараҡ, Антонов бандаһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Үҙенә кәләшлеккә ошо яҡтың беренсе һылыуҡайы Елена Үтәшеваны һайлай. 1927 йылда Мәскәүҙә Октябрина исемле ҡыҙҙары тыуа. Сабыйға исемде Октябрь революцияһының 10 йыллығына арнап ҡушалар. Бала бик бәхетле мөхиттә үҫә, ата-әсәһенең яратҡан ҡыҙы була.
Телде яҡшы белгән Миңлеғәле Шайморатовты Ҡытайға хәрби атташе итеп ебәрәләр. Икенсе тапҡыр ҡайтҡанда ул ғаиләһен дә үҙе менән алып китә.
Алыҫта ҡалған сәфәрҙең ҡайһы бер күренештәре хаҡында Октябрина Миңлеғәле ҡыҙының иҫтәлектәре бар. Ҡырмыҫҡалы районына ебәргән хатында: «Миңә ете йәш. Ҡулымда фотокарточка. Уның артына «Атайыма иҫтәлек өсөн» тип яҙып ҡуйҙым. Уны әсәйем Ҡытайға ебәрҙе... 1934 йыл ине. Ике йылдан һуң беҙ ҙә Ҡытайға юлландыҡ. Унда Синьзянь провинцияһының Урумчи ҡалаһына урынлаштыҡ. Сит илдә мине шундай күренеш әсир итте: алға ҡарайһың, ә унда таҙа һәм үтә күренмәле офоҡ, бер нәмә лә юҡ, тигеҙ яландар. Күккә баҡһаң иһә, ҡарлы тауҙар күренеп тора. Хәтерләйем, көн бик һалҡын ине...» – тип яҙа ул.
Миңлеғәле Шайморатов бик хәстәрлекле ғаилә башлығы була. Ләкин уның эш буйынса даими рәүештә күсеп йөрөүе, оҙаҡҡа сит илдәргә китеүе үҙенекен итә. Ғаилә тарҡала. Бер ҡайтыуында ҡатыны Елена икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан була. Ҡыҙы Октябрина менән генерал бер ваҡытта ла бәйләнешен өҙмәй. Хатта һуғыштан икенсе ҡатынына яҙған хатында ла гел ҡыҙына һағынышлы сәләмдәрен еткерә.
Миңлеғәле Шайморатов икенсегә Еленаның әхирәте Ольга Павловнаға өйләнә.
Генералдың был ғаиләһе хаҡында ла мәғлүмәттәр күп түгел, ләкин, Ольга менән улар бик бәхетле булғандар, тип әйтергә мөмкин. Сөнки Миңлеғәле Минһажетдин улы яу ҡырынан ҡатынына әллә күпме һөйөү һәм һағыныу хаттары яҙған. Сәләмен ул мотлаҡ, «Минең ҡәҙерле Олям», тип башлай. Ҡатынын ҡайтып күрә алмауына үкенес белдерә гел. Хатты ул хеҙмәт араһында йә иһә төндә бик ашығыс яҙыуын билдәләй.
Ольга Павловна иптәше янына фронтҡа ла бара. Ул ваҡытта дивизия Воронеж өлкәһенең Калач ҡалаһы янында оҙайлы ялға туҡтаған була. Унда улар осраша, бергә булыуҙың бәхетле мәлдәрен кисерә. Был хаҡта ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләп киткән урындар бар. Һуңынан, Шайморатовтың ғаиләһе лә, өйө лә булмаған, тип әйтеүселәргә Ольга тейешле яуап ҡайтара алған һәм үҙен генерал Шайморатовтың хәләл ефете тип танытҡан, иренең фамилияһын йөрөткән. Уның тәүге никахтан тыуған ҡыҙы Нинаны генерал бик яратҡан һәм атайҙарса хәстәрлек күргән. Комдив һәләк булғандан һуң, Ольга башҡаса тормошҡа сыҡмай, бар ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәрә. 1948 йылда табылған генералдың кәүҙәһен таныуҙа ҡатнаша, яңынан ерләүҙә әүҙем ярҙам итә, тип яҙа белгестәр. Шайморатов быға тиклем биш йыл хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була.
Ольга Павловна Башҡортостан менән бәйләнешен өҙмәй, хат аша аралашып тора. Өфөгә һәм Ҡырмыҫҡалы районына ҡунаҡҡа ла килеп ҡайта. Ольга Павловнаның 1989 йылда Шайморат урта мәктәбе коллективына һәм уҡыусыларына яҙған хаты бар. Унда ул генерал хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша: «Миңлеғәле Минһаж улы менән беҙҙең уртаҡлыҡтар күп ине. Икебеҙ ҙә шахмат уйнарға яраттыҡ, тик мин унан һәр ваҡыт отола инем. Мәскәү буйлап йөрөй торғайныҡ, икебеҙ ҙә ҡулдан төшөрмәй китаптар уҡый инек», – тип яҙа ул ире хаҡында.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.