+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Май 2020, 14:41

Һарғайған, ләкин хәтерҙән юйылмаған

Сибай ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында фронттан килгән 20-нән ашыу һалдат хаты һаҡлана. Күп ваҡыт үтеү сәбәпле, улар һарғайған, ныҡ туҙған, ҡәләм менән яҙылғандарының төҫө уңған. Ҡағыҙға латин йә ғәрәп графикаһы менән төшөрөлгәндәре уҡыуҙа ҡыйынлыҡтыр тыуҙыра. Фронттан яҙған һалдат, ваҡыт үтеү менән хатын уҡырҙар, өйрәнерҙәр, тип күҙ алдына ла килтермәгән, әлбиттә. Шуға ла ул ябай телдә, ысын күңелдән яҙған. Һалдатты тылдағы тормоштоң бар яғы ла ҡыҙыҡһындырған, сөнки ул тыныс ваҡытты һағынған. Ауыр һуғыш юлында йөрөүенә ҡарамаҫтан, хаттары аша яҡындарын дәртләндереп, хуплап торорға тырышҡан. Тиҙҙән фашистарҙы тар-мар итеп, еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтасаҡтарына ышаныс белдергән.

«Һау булһам, еңеү менән ҡайтырмын...»
Әҙеһәм Ғәле улы Әлибаев 1925 йылдың 20 майында Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Һуғыш башланыр алдынан Темәс педагогия училещеһында белем ала, ләкин уны тамамлап өлгөрмәй. 1943 йылда Баймаҡ район военкоматы аша хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн I Дәрәжә Дан ордены (27.06.1945), II Дәрәжә Дан ордены (24.04.1944), III Дәрәжә Дан ордены (27.08.1944) һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28.01.1944) менән наградлана.
1946 йылдың апрель айында старшина Әлибаев демобилизациялана. Темәс педагогия училищеһын тамамлай, 1951 йылдың июнь айында ситтән тороп Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия институтына уҡырға инә. Ғаиләһе менән Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәй, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан директор вазифаһын башҡара. 1951 йылдың 12 авгусында һуғыш яраларынан вафат була. Муллаҡай ауылында ерләнә. Баймаҡ ҡалаһында һәм Йомаш ауылында Әҙеһәм Әлибаев исемен йөрөткән урамдар бар.
«Һаумыһығыҙ, ҡустым Илһам!
Минән һиңә ялҡынлы ҡыҙылармеецтар сәләме. Шулай уҡ әсәйемә, атайға һәм Робертҡа ла минән күп сәләмдәр әйтерһең.
Ҡустым! Мин һиңә үткән хатымда яҙғайным, беҙ пока ҡыҫҡа ял ваҡытында торабыҙ, тип. Бына уже ял ваҡыты үтте, тип әйтергә мөмкин. Иртәгә иртә менән был урындан китәбеҙ, йәғни передовой линияла буласаҡбыҙ. Шуның өсөн бөгөн мин һеҙгә ошо хатымды яҙып ҡалдырырға булдым. Сөнки передовойҙан хатты йыш яҙып булмай. Шулай итеп, туғандарым, һуңғы хәл иткес көндәр килеп етте. Бөтә кешегә билдәле был ҡуҙғалыш Гитлер Германияһына һуңғы хәл иткес һөжүм буласаҡ.
Һеҙ минең был хатты алғас та мине: «Күптән инде алғы һыҙыҡта немецтарҙы туҡмай тип уйларһығыҙ». Әгәр һау булһам, ошо фашист ояһын ҡыйратҡандан һуң, һеҙгә, тыуған илемә еңеүҙәр менән әйләнеп ҡайтырмын. Һеҙ минең турала артыҡ уйланмағыҙ, шулай ҙа икенсе йыл инде Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғанығыҙҙы ла онотмағыҙ!
Ул да һеҙҙе онота алмай, һәр ваҡыт та һеҙҙең турала ҡайғырта һәм уйлана. Мин һеҙгә үҙ фотокарточкамды һәм ике мәртәбә посылка ебәргәйнем, алдығыҙмы? Һеҙ миңә хат яҙып тороғоҙ, Берлин урамдарында булһа ла, алып уҡырмын.
Тормошоғоҙ нисек, апайымдан хат алаһығыҙмы, әсәйемдәр нисек, татыу торалармы? Ғөмүмән, бөтәһе тураһында ла белдереп тор. Ошо хатымда һиңә открытка ебәрәм.
Ярай, ҡустым, пока, хуш!
Сәләм менән Әҙеһәм. 02.04.1945 йыл.»

Рәзилә Ишбулатова,

Сибай ҡалаһы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп һаҡлаусыһы.

Читайте нас: