+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 11:48

Бәхил бул, Шағир!

71 йәшендә Башҡортостандың Илеш районы Нәжәде ауылында тыуған күренекле шағир, публицист Роберт Миңнуллиндың вафаты хаҡында ишеттек. Ҡайғылы хәбәрҙе социал селтәрҙәр аша ҡыҙы Таңһылыу еткерҙе.

Яҙыусы Ҡаҙан ҡалаһында йәшәне. Өфөлә лә йыш була ине. Уның менән йыл тулмаҫ элек кенә Мостай Кәримдең юбилей сараларында күрештек. Фотоларға төштөк. Унан алда уның Өфө дәүләт татар театры "Нур"ҙа үткән юбилейында ҡатнаштыҡ. Сәхнәнән уға арнап шиғыр уҡыным. Йәнең йәннәттә булһын, Шағир!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: