+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2020, 16:21

Бер эшелон булып китте ҡыҙҙар һуғышҡа

Яуҙа батырлыҡ хаҡында хыялланған ҡатын - ҡыҙҙар эшелоны 1942 йылдың майында Өфөлә ойошторола. Тарихсылар билдәләүенсә, ғәмәлдә улар бер -нисәү була. Уның сафына республиканың төрлө райондарынан 18 –19 йәшлек ҡыҙҙар туплана.

Билдәле лә, билдәһеҙ ҙә ошо ваҡиға хаҡындағы тарих “Башҡортостан” ДТРК каналы төшөргән документаль фильмдың эстәлегенә ингән. Уның режиссеры Эльвира Ким әйтеүенсә, оҙайлы эҙләнеүҙәр, постановкалы режиссер эше арҡаһында улар тулыһынса ошо ваҡиғаны бер фильмда сағылдырған:
– Беҙ 1942 йылдың май ваҡиғаларын алдыҡ. Унда тәүге тапҡыр ресспубликанан ҡатын- ҡыҙҙар эшелоны һуғышҡа оҙатыла. Быны беҙҙең ижади төркөмгә тарих фәндәре докторы, Рәсәй хәрби фәндәр академияһы академигы Михаил Бикмеев һөйләне. Был эшелон 18 йәшлек ҡыҙҙарҙан тора. Уларҙың барыһы ла Өфөгә йыйыла, ҡыҙҙарҙы Пушкин урамында урынлашҡан штабҡа туплайҙар. Араларында Өфө, Бүздәк, Дүртөйлө, Стәрлебаш һәм башҡа райондарҙан килгән ҡыҙҙар була. Барыһы ла һуғышҡа үҙ ирке менән киткән комсомолкалар.....
Был тарих шул тиклем тетрәнерлек, ижади төркөм уны тулыһынса уны тергеҙергә ҡарар итә. Төшөрөү павильоны итеп хәрби дан музейы һәм ундағы экспонаттар, театрҙарҙан прокатҡа алынған реквизиттар, кейем- һалым файҙаланыла. Ә артистар роленә “Орион” ижад һарайынан Айгөл Камалова етәкселегендәге театраль коллектив ҡыҙҙары саҡырыла. Улар мәктәптә, 11 класста уҡып йөрөгән балалар.
Фильм режиссеры Эльвира Ким, эшелонға тейәлгән ҡыҙҙарҙы һүрәтләү өсөн нисек шул замандағы вагон эҙләүҙәрен дә бәйән итте. Уны, йәғни 50 йылдарҙа сығарылған вагонды улар Дим биҫтәһендәге уҡыу үҙәгенән табып ала. Бик насар хәлдә булғанлыҡтан , уға ремонт талап ителә. Уҡыу үҙәге директоры Марк Баженов уны һуғыш осорондағы итеп төҙөкләндереп бирә.
  • Элек бындай, эсендә мейес менән йылытыла вагондарҙа яраланған һалдаттарҙы йөрөткәндәр, ә һуғыштан һуң унда тимер юлы эшселәре йәшәгән,–ти режиссер.
  • Телевизион очерктың авторы Елена Сергунинаға ошо эшелондан ике героиняны табыуҙа “Башҡортостан ветераны” баҫмаһының баш мөхәррире Светлана Белендир ярҙам итә. Улар Өфөлә йәшәүсе Полина Туҡтарова менән Ғәлиә Байкова. Фильм ошо ветерандарҙың хикәйәтенә таяна.
    • Яҡынса өс мең ҡыҙ инек. Һуғышҡа китер алдынан һуңғы төнөбеҙҙе Өфөнөң хәҙерге 3-сө гимназияһында уҙғарҙыҡ. Һуңынан йәйәүләп тимер юлы вокзалына төштөк, тип һөйләй ветерандар.– Йәш инек, ҡыйыу инек, беҙҙе тура Сталинград фронтына оҙаттылар.
    • Фильм авторҙары билдәләүенсә, йәш ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡайҙа барғандарын да аңламаған күрәһең, улар хатта Волгала һыу төшөү өсөн костюмдарын да алған була. Тағы фильмда шундай деталдәр бар.Ҡыҙҙар ҡайҙа ла ҡыҙҙар булып ҡала. Улар үҙҙәре ҡаҙыған окоптарын сәскәләр менән биҙәп тота, марля тауарынан ҡорғандар эшләп ҡуйыр булған.
      • Шулай бер ваҡыт немец трофейы - шоколад табып алдыҡ,– тип бәйән итә ветерандарҙың береһе.– Әйҙә яуға тиклем ашайыҡ, атыу һәләк булһаҡ, татлы шоколад тороп ҡала бит, ти арабыҙҙан берәү.
      • Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ҡыҙҙарҙың күбеһе яуҙа һәләк була. Дөйөм алғанда Бөйөк Ватан һуғышында бер миллион ҡатын - ҡыҙ ҡатнаша. Шуларҙың 11 меңе Башҡортостандыҡы була.
        Был картина “Башҡортостан” ДТРК-һы төшөргән фильмдар циклының берәүһе генә.”Еңеү һалдаттары” тип аталған фильмдарҙы Рәсәй-24, Башҡортостан- 24 каналдарында ҡарарға мөмкин. Еңеүҙең 75 йыллығына арналған проект март айында башланған.
        Автор:Гөлнур Ишбулатова
        Читайте нас: