Ошоға тиклем 250-нән артыҡ халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү рөхсәт ителмәһә, бөгөндән башлап 50-нән ашыу кешене йыйған саралар тыйыла. Бөтә бассейндар, кинотеатрҙар ябыла. Республикала, Өфө эргәһендәгенән тыш, тағы ике обсерватор асыла. Улар Силәбе өлкәһе һәм Татарстан менән сиктәш райондарҙа урынлашасаҡ.