-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2020, 12:39

“Төрлө хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ”

Әле Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр юҡ һәм уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала ғәйәт етди саралар күрелә.

Сит илдән ҡайтыусыларҙа коронавирус булыуға шик тыуа ҡалһа, анализдары асыҡланғансы уларҙы ваҡытлыса тотоу өсөн обсерват булдырылған. Ул аэропорттан йыраҡ түгел, Өфө районындағы “Сәләмәтлек шишмәһе” шифаханаһында урынлашҡан.
Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Премьер-министр урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, шифаханала булып, уның әҙерлек кимәлен ҡараны.
–Бәлки, шифахананы карантиндағы пассажирҙар өсөн файҙаланырға ла тура килмәҫ. Әммә беҙ төрлө хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров. Ул Өфө аэропортына килеп төшөүселәргә контролде көсәйтеү, тәү сиратта коронавирус таралған илдәр һәм төбәктәрҙән ҡайтыусыларҙы ныҡлап тикшереү, уларҙың анкета тултырыуын етди иғтибарға алыу мөһимлеген билдәләне.

Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: