-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 18:17

Вирусҡа кәртә ҡуябыҙ

18 марттан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе. 250-нән ашыу кеше йәки сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан спорт, мәҙәни, эшлекле саралар уҙғармаҫҡа ҡушылды. Мәктәптәрҙә яҙғы каникул оҙайтыла, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсерелә.

Тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вируслы сир билдәләре булыу-булмауы тикшерелә.
Башҡортостан халҡына сит илдәргә һәм илдең башҡа төбәктәренә йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Ә сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләргә башҡалар менән тығыҙ бәйләнешкә инмәү буйынса шарттар булдырыу бурысы ҡуйыла.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: +7 (347) 286-58-27.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: