Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 16 мартҡа ҡарата ер йөҙөндә 13 874 сирле асыҡланған. Вирусты йөрөтөүселәр 151 дәүләт биләмәһендә табылған. Барлығы 7415 кеше һалыуҙан үлгән. Рәсәйҙә 114 кеше ауырыу йоҡторған, үткән тәүлектә илдең 15 төбәгендә вирус йөрөтөүселәр асыҡланған, тип хәбәр итә РБК медиахолдингы үҙенең сайтында. Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн иртәнге брифингта белдереүенсә, 18 мартҡа иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 48 кеше, короновирус йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың араһында 8 бала бар.