+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 18:24

Коронавирус хәтәрме?

Коронавирусҡа бәйле төрлө имеш-мимештәр халыҡ араһында ҡуйыра бара. Йәнәһе, ҡытайҙар ун көндә дауахана төҙөнө, әгәрҙә был сир Рәсәйгә килһә, уға ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, тигәндәр ҙә бар. Ошондайыраҡ фараздарға республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә былай аңлатма бирә.

– Вирусҡа һәр кемдең ҡарашы төрлөсә. Кемдер хәүефле фараздар тарата, битлектәр һатыуҙан аҡса эшләргә тырыша, сауҙа нөктәләрендә күпләп аҙыҡ-түлек алыусылар ҙа бар.
Ә алғы һыҙыҡта эшләүселәр – табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар тыныс һәм ышаныслы итеп үҙ эшен башҡара. Махсус медицина хеҙмәттәренең әҙерлеге бик юғары. Өфөнөң йоғошло сирҙәр дауаханаһы ла, башҡа медицина учреждениелары ла вирусҡа ҡаршы тора ала. Барлыҡ дауаханалар тейешле ҡорамалдар һәм яһалма вентиляция аппаратуралары менән тәьмин ителгән.
Әгәр ҙә беҙгә вирус хәүефе янаһа, уға ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ бар. Табибтар алдында баш эйәм. Ул ғына ла түгел, бөгөн медицина белгестәренә республика өҫтәлмәләре хаҡында ҡарар ҡабул иттем, – тип яҙып ҡуйған Республика Башлығы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: