+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 16:17

Битлектәр үҙебеҙҙә етештерелә

Дарыуханаларҙа әле медицина битлектәре табырлыҡ түгел. Башҡортостан был хәлдән сығыу юлын битлектәрҙе үҙебеҙҙә етештереүҙә күрә – бөгөндән республикала күп тапҡыр файҙаланылыусы марля битлектәр сығарыла башланы.

Битлектәр “Ағиҙел” Башҡорт художество промыслаһы предприятиеһында тегелә һәм дәүләт дарыуханалары селтәре аша һатыласаҡ. Төргәккә һалынған өс битлектең хаҡы 70 һум буласаҡ.
Марля битлектәрҙе, бер тапҡыр файҙаланыла торғандары кеүек үк, ике-өс сәғәттән артыҡ кейергә түгел. Шунан дезинфекциялап, йыуып, ҡыҙыу үтек менән үтекләп, яңынан тотонорға була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: