+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Март 2020, 13:41

Роберт Юлдашев: «Тормоштан илһам алып!»

Һәр ваҡыттағыса итәғәтле, зыялы һәм ниндәй осорҙа ла үҙенең булмышына хыянат итмәгән Роберт Юлдашевтың сығышы – музыка һөйөүселәр өсөн байрам. Улар ҡурайсыны тыңларға һәм моңдан ләззәт алырға киләләр.

Аҙна башы булыуға ҡарамаҫтан зал тултырып тамашасы йыя ул Роберт Юлдашев. Уның «Илһам» тип аталған сираттағы концерты ҙур аншлаг менән үтте. Башҡорт ҡурайын донъя кимәлендә таныта алған, унда халҡыбыҙҙың моңдарын ғына түгел, ә башҡа халыҡтар көйҙәрен дә уйнаған Роберт был юлы ла үҙен тыңларға килгәндәргә бай программа тәҡдим итте. Ҡурайҙа билдәле совет кинофильмдарындағы көйҙәрҙе лә, Майкл Джексон йырҙарына попурри ла, башҡа заман көйҙәрен дә ишеттек.
Музыкант башҡорт халыҡ йыры «Таштуғай»ҙың премьераһын тамашасылар хөкөмөнә алып сыҡты. Ул скрипка оҙатыуында башҡарылды. Музыка ҡоралында Алексей Воронин уйнаны.
Роберт Юлдашев күптән түгел Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап ҡылған сәйәхәте тураһында бәйән итте. Миңзәлә башҡорттарының халыҡ көйө «Аҡ ҡалфаҡ»ты ул ошо сәфәренә бағышланы. «Миңзәлә – ул Салауат Юлаев ҡына түгел, ә уның атаһы Юлай Аҙналин, Алдар батыр менән бәйле ер. Тап ошонда уларҙың ҡолаҡтарын, танауҙарын ҡырҡып, мөһөр баҫып, Рогервик утрауына алып киткәндәр. Был ҡалаға еткәс беҙ Ҡөрьәндән сүрә уҡыныҡ. Шунда ике йәйғор ҡалҡыуын күрҙек», – тине артист.
Шуға ла «Аҡ ҡалфаҡ»ты ул айырыуса илһамланып уйнаны. Унда Салауаттың аһ-зары ишетелгәндәй тойолдо, хатта.
Илен, ерен һаҡлап көрәшкән Юрматы башҡортона бағышланған «Ишмырҙа» көйө лә залда ултырыусыларҙы халҡыбыҙҙың үткәненә алып ҡайтты. Ҡурай моңона ҡушылып скрипка, саксофон яңғыраны.
Сығышында музыкант ҡасандыр ҡулына ҡурай тотторған остазы Әҙеһәм Исҡужин һәм Юлай Ғәйнетдиновҡа ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Ҡурай концерты «Илһам» тип аталды. Һеҙҙе һуңғы йылдарҙа нимә илһамландыра тигән һорауға:» Минең Аллаһа Тәғәләгә яҡынлауым, унан көс алыуым, ғилемгә өйрәнеүем, шунан аша башҡа эштәргә лә, ғаиләмә лә, ижадыма ла илһамдың килеүен тойоу», – тине Роберт Юлдашев.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: