+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2020, 13:54

Вирус ғәҙәти тормошҡа үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вирус таралыу ҡурҡынысын иҫкәрткән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың тәүгеһе 1000 кешенән артыҡ булған мәҙәни, спорт һәм эшлекле сараларҙы кисектереү тураһында.

Әлегә ошондай сараларҙы 20 апрелгә тиклем кисектереп торорға ҡушыла. Республика башлығы әйтеүенсә, артабанғы ваҡиғалар ағышы дөйөм хәл-торошҡа бәйле буласаҡ.
Республика халҡына сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә сығыуҙан ваҡытлыса тыйылып торорға, шулай уҡ кеше күп йөрөгән ерҙәргә бармаҫҡа тәҡдим ителә. Предприятие һәм ойошма етәкселәренә эш урындарында дезинфекция сараларын ойоштороу йөкмәтелә.
Ә мәғариф учреждениеларына килгәндә, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең хатына ярашлы, мәктәптәрҙә эшләгән барлыҡ педагогтарға дәрес алдынан температураны үлсәү ҡушылған. Әгәр ҙә ул норманан юғары икән, дәрестәрҙе кисектереү һәм табиб саҡыртыу талап ителә. Ошондай уҡ ҡағиҙәләр балаларға ла ҡағыла. Шәхси гигиена сараларын үтәү, урамдан ингәс ҡулды йыйыу, бүлмәләрҙе елләтеү ошо ғәмәлдәргә инә.
Шулай уҡ кинотеатрҙарға һәм күңел асыу учреждениеларына барыуҙан тыйылып торорға кәрәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: